+24 °С
Ямғыр


Бөгөн, 18 июндә, «Башҡортостан» башҡорт мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһының 50 ирекмәне хәрби присяга ҡабул итте. Был хаҡта "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы хәбәр итә.
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе оҙатыу сараһы 1 июндә Өфөнөң Совет майҙанында үтте. Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы яугирҙары ла медиктар менән бергә хәрби эште яйға һалыу өсөн китә. Ике-өс айҙан улар махсус операция зонаһына юлланасаҡ.