

ЙӨРӘК БЕРӘҮ ГЕНӘ...
Бөгөн һөнәри байрамын билдәләүсе йәнә бер гүзәл зат менән таныштырырға ашығабыҙ. Ул – сығышы менән Ғафури районы Яңы Ҡауарҙы ауылы һылыуы Яппарова Лилиә Әфҡәт ҡыҙы. 1992 йылда БДМУ-ны тамамлағас, 2000-се йылдар башына тиклем Мәләүездә терапевт булып эшләй. Эҙләнеүсән ханым кардиология өлкәһендә белемен камиллаштырып Мәләүез үҙәк дауаханаһында кардиолог булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә. 2008 йылда Өфө ҡалаһына ғаиләһе менән күсеп килгәс, Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан 43-сө поликлиникаһына урынлаша. Баш ҡаланың иң күп халҡы йәшәгән эш урынында пациенттарын дауалау менән бергә, йылы һүҙе менән дә ярҙам итә.
Йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Уны күптәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан үҙешмәкәр йырсы итеп тә белә. Оҙаҡ йылдар БДМУ-ла кардиология буйында аккредитация комиссияһында председатель вазифаһын башҡара. 31 йыл һөнәренә тоғро ҡалған, яңыраҡ РФ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының почет грамотаһы менән бүләкләнгән, юғары категориялы табипҡа эшендә уңыштар, һәр ваҡытта ла шулай мөләйем йөҙлө, ярҙамсыл булып ҡалыуын теләйбеҙ.
Рәзинә Зәйнетдинова.