+21 °С
Болотло


"Йыл уҡыусыһы-2023" район бәйгеһендә еңеү яулаған Ғайсар Булатов тарих фәне буйынса имтиханда 100 балл йыйған. Ғайсар Хәйбулла районының 1-се Аҡъяр мәктәбендә белем ала. "Бындай юғары һөҙөмтә артында эшһөйәрлек, маҡсатҡа ынтылыш, ныҡышмалылыҡ һәм, әлбиттә, уҡытыусылар менән уртаҡлашҡан белем һәм тәжрибә тора.
Ул йыл һайын интеллектуаль олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. 2022-2023 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса ул районда «Йыл уҡыусыһы» тип таныла.
Ғайсар киләсәктә көнсығыш илдәренең тарихын, мәҙәниәтен, телдәрен өйрәнергә ниәтләй", - тип яҙған район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Фото: Рөстәм Шәрипов.