

Башҡортостандың Ҡыйғы районында йәш ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында «Селяночка - 2023» республика конкурсы тамамланды. Быйыл проект Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат, Өфө райондарынан 20-35 йәшлек 12 талантлы ҡатнашыусыны берләштерҙе. Улар араһында - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, тәрбиәсе, шәфҡәт туташы-анестезиолог, педагог һәм башҡалар.
Гран-приҙы Ҡыйғы районынан Ибрай ауыл китапханасыһы Лилиә Мөхәмәтйәнова яуланы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса "Хужабикә" номинацияһында Лилиә Ғәлимова (Салауат районы), "Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ" номинацияһында Илгизә Рәхмәтуллина (Мәсетле районы), «Үҙенсәлеклелек» номинацияһында - Юлианна Николаева (Мәсетле районы), «Артислыҡ» номинацияһында - Миләүшә Мөхәмәтова (Дыуан районы), «Нәзәҡәтлелек» номинацияһында - Марина Полушкина (Дыуан районы), «Һөйкөмлөлөк» номинацияһында - Регина Ғәзина (Ҡыйғы районы), «Элегантлыҡ - Юлия Видершпан (Өфө районы), «Һөйкөмлөлөк» номинацияһында - Айгөл Ғиләжева (Өфө районы), «Талант» номинацияһында - Линара Ахунова (Ағиҙел районы) еңеү яуланылар.
Сарала Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко ҡатнашты.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-18/v-bashkirii-vybrali-samuyu-krasivuyu-moloduyu-selskuyu-zhenschinu-3304393