Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Июнь 2023, 06:19

Мәсетле районы уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған

Был хаҡта социаль селтәрҙә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин хәбәр итте.

Мәсетле районы уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырғанМәсетле районы уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған
Мәсетле районы уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған

Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһының сығарылыш уҡыусыһы Камил Солтанов физиканан берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған. Был хаҡта социаль селтәрҙә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин хәбәр итте. Ул йәш яҡташын һәм уның уҡытыусыларын ҡотланы.

Камил Солтанов мотлаҡ фәндәрҙән дә юғары балл йыйған: рус теленән – 93 балл, профиль кимәлдәге математиканан – 90 балл.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-18/vypusknik-bashkirskoy-gimnazii-iz-mechetlinskogo-rayona-sdal-ege-po-fizike-na-100-ballov-3304343

Автор:
Читайте нас