

"Әбделмәмбәттә донъяға килгән өс игеҙәктең – Рәфил, Рәфилә һәм Рәсилә Мәсәғүтовтарҙың тормоштарындағы мөһим этаптар менән райондаштарҙы таныштыра килдем. Шулай аралаша торғас, туғандар һымаҡ булып киттек инде. Ошо көндәрҙә уларҙың тормошонда тағы ла бик ҙур ҡыуаныслы ваҡиға булды", – тип яҙа Бөрйән районы "Таң" гәзите хәбәрсеһе Таңһылыу Баһауетдинова. - Игеҙәктәрҙең тәпәй баҫҡаны, 1-се класҡа барғаны, мәктәп тамамлағаны, уңыштары – береһе лә күҙ уңынан ысҡынманы. Улар мәктәп тамамлап, ҡырҙа уҡып йөрөйҙәр инде.
Ошо көндәрҙә уларҙың тормошонда тағы ла бер ҙур ваҡиға булды – Рәфил һалдат булып, Ватан алдындағы бурысын үтәп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты.
Киләсәктә әлә тик ҡыуаныслы хәбәрҙәрегеҙҙе генә ишетеп шатланырға яҙһын, игеҙәктәр! Бәхет, һаулыҡ, именлек һеҙгә! Рәфилгә – афарин!"
Фото: "Таң" гәзите