Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Июнь 2023, 14:44

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!

Журналға яҙылып өлгөрҙөгөҙмө? Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яҙылһағыҙ, квитанцияларығыҙҙы беҙгә ебәрергә онотмағыҙ - "Яҙыл да бүләк от" акцияһында ҡатнашығыҙ!

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!
“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!

Журналдың тышлығын Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенттары биҙәй. Улар тураһында мәҡәләне һоҡланып уҡырға мөмкин.

Был һандың тәүге бите Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармония солисы Илдар Әбдрәшитов тураһында.

Журналда шулай уҡ “Нур” тетары директоры Фирҙәт ҒӘБИҘУЛЛИН әңгәмә бирелгән.

Башҡортостан халҡы танылған хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән аэроклуб етәксеһе Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы Ишмырҙин турһында яҙманы уҡырһығыҙ.

Билдәле прозаик Миләүшә Ҡаһарманованың "Мәскәү тигән баш ҡала" повесы, Рәмил Ғимрановтың “Үрмәксе ауы” хикәйәһе, Басир Мәһәҙиевтең "БАШҠОРТОСТАН ТАУҘАРЫ ТАРИХЫ" һәм "Хәтер", "Күңел һандығы" рубрикаларындағы яҙмалар кәңәштәр бирелгән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас