Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Июнь 2023, 09:13

Махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ Ҡорбан байрамына әҙерләнә

Башҡортостар хәрбиҙәренең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов социаль селтәрҙә республика халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ Ҡорбан байрамына әҙерләнәМахсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ Ҡорбан байрамына әҙерләнә
Махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ Ҡорбан байрамына әҙерләнә


Мәғлүм булыуынса, 28 июнь бөтә донъя мосолмандары Ҡорбан байрамын билдәләй. Башҡортостар хәрбиҙәренең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов социаль селтәрҙә республика халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

– Махсус хәрби операцияла Башҡортостандан бер нисә ирекле батальон һәм мобилизацияланған полк ҡатнаша. Уларҙың яртыһы – мосолмандар. Беҙ кесе Ватаныбыҙҙан ситтә булһаҡ та, оло байрамыбыҙҙы үткәрергә ниәт ҡылдыҡ. Әммә Украина яғында ҡорбанлыҡ һарыҡ малын табыуы ауырыраҡ. Ошоға бәйле, хөрмәтле ватандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итмәксебеҙ. 15 йә 20 баш ҡорбанлыҡ һарыҡ табыуҙа ярҙам итһәгеҙ ине, сауабы үҙегеҙ өсөн генә булыр.
Яуҙар туҡталып, йорт-ил тынысланып, һалдаттарыбыҙ имен-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын, – тип яҙған Хәмзә хәҙрәт.

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас