

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды. Ул июль аҙағына тиклем дауам итәсәк
2023 йылда абитуриенттарҙы 14 886 бюджет урыны көтә. Был уҙған йылдағыһына ҡарағанда 512-гә күберәк.
Документтарҙы
- белем биреү ойошмаһына шәхсән,
- юғары уҡыу йорто сайты аша
- Рәсәй почтаһы аша
- Дәүләт хеҙмәттәрендә «Юғары уҡыу йортона онлайн инеү» суперсервисы ярҙамында https://www.gosuslugi.ru/vuzonline тапшырырға мөмкин
Документтар ҡабул итеүҙең тамамланыу датаһын белем биреү ойошмаһында асыҡлағыҙ.
Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары сайттары:
- Өфө дәүләт нефть университеты: https://pk.rusoil.net/
- Өфө фән һәм технологиялар университеты: https://uust.ru/admission/
- Башҡорт дәүләт медицина университеты: https://priem.bashgmu.ru/
- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
https://bspu.ru/unit/196
- Башҡорт дәүләт аграр университеты https://www.bsau.ru/abitur/
- З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты https://ufaart.ru/abitur/priyom-2023/
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы https://pk.bagsurb.ru/main/
Һөҙөмтәләрҙе оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк - уҡырға ингәндәрҙең исемлеген 27 июлдә үк баҫтырып сығарырға ниәтләйҙәр.
Студенттарҙы ҡабул итеү ике этапта үтә. 28-30 июлдә - олимпиадасылар, ташламаға эйә булғандар һәм маҡсатлы йүнәлтмәһе булғандар өсөн өҫтөнлөклө, 3-9 августа ҡалған абитуриенттар өсөн ҡабул итеү ойошторола.
Әгәр факультетта урындар ҡалһа, өҫтәмә ҡабул итеү уҙғарылыуы ихтимал. Уның ваҡытын уҡыу йорто үҙе билдәләй, ләкин ул 29 авгусҡа тиклем тамамланырға тейеш.