

24 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә барған Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумында ҡатнашты. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумы алдынан үткәрелгән был сара 18-35 йәштәрҙәге 500 йәш кешене берләштерҙе.
Радий Хәбиров йәштәргә уңышлы эш теләне:
– Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан – ике туғандаш халыҡ йыйылған майҙан, үҙәккә әйләнде. Әлбиттә, был беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Һеҙ бөгөн уңышлы итеп эшләһен, уңайлы ваҡыт үткәрһен һәм бер-берегеҙ менән аралашһын, тәжрибә уртаҡлашһын өсөн барыһын да ныҡлап әҙерләнек. Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Йәштәр көнө. Әйткәндәй, Беларусь Республикаһында Йәштәр көнө иртәгә. Шуға күрә барығыҙҙы ла ошо матур байрам менән ҡотлайым, – тине ул. – Олораҡтарҙың: бөгөн йәштәр ундай түгел, беҙ һеҙҙең йәштә башҡараҡ инек, тигән фекере бар. Һеҙгә шуны әйткем килә: был бөтөнләй улай түгел. Һеҙгә ҡарап, ниндәй һәләтле икәнегеҙҙе күрәбеҙ, бөгөн донъяла, илебеҙҙә барғандарҙы дөрөҫ аңлайһығыҙ, , берләштегеҙ, илебеҙҙе, Президентыбыҙҙы хуплайһығыҙ, һеҙгә ихтирам һүҙҙәре әйткем килә.
Фото: https://www.bashinform.ru