

Ҡурған башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, Ҡурған ҡалаһында «Рус баҫыуы» тип аталған байрам уҙған. Филармония эргәһендәге майҙансыҡҡа милли ихаталар ҡуйылған. Урындағы башҡорттар ҡоролтайы халҡыбыҙҙың тирмәһен, милли аш-һыуын, төрлө үҙенсәлекле әйберҙәрҙән күргәҙмә тәҡдим иткән. Төп сәхнәлә «Ләйсән» өлгөлө вокал ансамбле, Роза һәм Нәркис Ғәлиевтәр сығыш яһаған.
Ҡурған өлкәһенең Сафакүл округындағы Аҙналы ауылында иһә «Һaумыhығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙған. Уны урындағы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты әүҙемселәре һәм Сафакүл мәҙәниәт үҙәге артистары ойошторған. Ауыл халҡы бик ҡәнәғәт, сараны үткәргәндәргә ҙур рәхмәтле.
https://vk.com/kurultaibashkir