Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Июнь 2023, 15:14

Мәктәп спорты фестивале үтте

Бадминтон буйынса ярыш Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә үтте.

Мәктәп спорты фестивале үттеМәктәп спорты фестивале үтте
Мәктәп спорты фестивале үтте

Өфөгә кисә “Рәсәй-Беларусь” мәктәп спорты буйынса халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыусылар килде. Сара Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә үтә.

“Рәсәй-Беларусь” мәктәп спорты фестивале Өфөлә 29 июнгә тиклем барасаҡ. Ярыштар ете спорт төрө: футбол (мини-футбол дисциплинаһы), баскетбол 3х3, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү буйынса үтәсәк. Фестивальтантаналы рәүештә “Ватан” этнопаркында асыла.

 

Бадминтон буйынса ярыш Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә үтте.

  – Беҙҙе  Башҡортостандың халҡы, тәбиғәте, бай тарихлы мәҙәниәте, спортҡа ҡарата ҙур иғтибар ныҡ һоҡландырҙы. Әлеге йылы дуҫлыҡ мөнәсәбәте оҙаҡ күңелдәребеҙҙе йылытып торор, тип уйлайбыҙ. Ойоштороусыларға ла ҙур рәхмәт, барыһы ла ныҡ оҡшаны, – ти  Гомель ҡалаһының йыйылма командаһы тренеры Артём Анатольевич Бортновский.   

Фото: З. Хәкимова.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас