Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Июнь 2023, 10:45

Хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ бишбармаҡ бешереп, Ҡорбан байрамын билдәләгән

«Йырсы» ҡушаматлы яугир әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡтағы иптәштәребеҙ ҙә иттән ауыҙ итә алыр тигән ышаныс белдерҙе.

Хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ бишбармаҡ бешереп, Ҡорбан байрамын билдәләгәнХәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ бишбармаҡ бешереп, Ҡорбан байрамын билдәләгән
Хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ бишбармаҡ бешереп, Ҡорбан байрамын билдәләгән

Дин тотҡан мосолмандар өсөн изге Ҡорбан байрамын алғы һыҙыҡта ла билдәләгәндәр. Башҡорт батальондарының телеграм-каналынан билдәле булыуынса, яугирҙәребеҙҙең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны урынлашҡан урында ҡорбан салған. Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары иттән – шулюм, доставаловсылар бишбармаҡ бешергән.

«Йырсы» ҡушаматлы яугир әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡтағы иптәштәребеҙ ҙә иттән ауыҙ итә алыр тигән ышаныс белдерҙе.

«Яугирҙәребеҙҙе тылда һыйларға теләйем. Шулай уҡ хәрби бәрелеш урынындағы шәхси состав өсөн ит бешерергә йыйынабыҙ. Хәҙер улар менән рация аша бәйләнешкә инеп, унда барып етә алабыҙмы, юҡмы икәнен беләбеҙ. Сөнки, барыһына ла билдәле булыуынса, бөгөн алғы һыҙыҡта хәл бик көсөргәнешле ҡаты оборона тотабыҙ», - тип һөйләне яугир.

https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_63044

Автор:
Читайте нас