

Ауыл халҡын ялҡаулыҡта ғәйепләү ҙә дөрөҫ түгел, малдан даими килем алыр өсөн ҙур ферма тотоу ғына отошло, улар ҙа алған табышын еренә еткереп ҡайтара алмай әле. Һәм бөтәһе лә фермер булып китә алмай.
Ә шәхси хужалыҡта ғына аҫраған малының ағын, итен һата алмай, әрмән-һәрмәнгә осһоҙға ебәреп, эшләгән хеҙмәте саҡлы ла ҡайтара алмаған ауыл кешеһе күпме! Уны ауылда мал тотоп, аҡсаға әйләндерә алмай йонсоған халыҡ ҡына аңлай! Һөттө һауғас та мәлендә һатырға кәрәк, район үҙәгенә алып барып һатып ебәргәнсе күпме ваҡыт үтә, тәбиғи һөт ойой башлай, алған кешеһе хаҡын төшөртә тотона, аптыраған хужабикә әсемәҫ элек тип һатып ебәрә. Ә баҙарҙар урын өсөн күпме аҡса йыя, бер һыуытҡыс ҡуялармы шунда? Ҡайһы саҡ урынға, юлға түләгәнен дә ҡайтаралмай бит ул шул хужабикәләр. Алып барған майы, творогы иреп, ағып бөтә. Күтәренеп йөрөгән хужабикәләр генә йәл. Ауылдың үҙенә килеп алған кеше бик һирәк, күпселек халыҡ үҙе ни сараға бисара йәшәй. Район үҙәге менән Өфөнө сағыштырыу дөрөҫ түгел, Өфөлә һөттөң полторушкһы 80-100 һум, район үҙәгендә - 50. Майы, ҡорот, творогы ла районда Магнит селтәрҙәрендәге кеүек арзанға китә. 50 һум өсөн күпме полторушка күтәрергә тейеш ҡатын кеше? Күптәре автобус менән йөрөтә. Етмәһә ауылдарҙан килгән конкуренция ҙур. Ауыл халҡын мөйөшкә терәп, тәбиғи ризыҡтың баһаһын ергә һалып тапаны был селтәрҙәр. Халыҡтың тәбиғи ризыҡҡа аңы ла асылып бөтмәгән әле, баҙар кәштәһен үтеп китеп, шул селтәрҙәргә кереп алалар. Аҡса яғы ла шул сама халыҡтың. Шунан, химикат ашауҙан сиргә батҡан хәлдәр арта.
Иттең хаҡына килгәндә, сетевой магазиндарҙа иттең хаҡын ҡарағаным юҡ, ә бындай магазиндарҙа ҡалала: һыйыр ите 340-380 һум, ауыл кешеһе 180-250 менән оҙата. Шунан, бер йыл буйы аҫраған бер башмаҡтың хаҡын иҫәпләп ҡарайыҡ! Күп тигәндә 2-3 баш һыйыр тота шәхси хужалыҡ, һыйыр йылына берҙе быҙаулай, игеҙҙәр бик һирәк. Унан һуң, бесәнде эшләү сығымы: гектарын 2000-2500 менән сабалар, килтереүҙең бер йөгө - 1000 һум тирәһе. Ул сама эре баш мал өсөн (з һыйырға + з башмаҡ + һарыҡ-кәзәһе) күпме бесән кәрәк?! Һатҡан малдың күпме өлөшө шул сығымдарҙы ҡаплай.
Ауыл халҡының хеҙмәтен һәм тәбиғи ризыҡтың баһаһын күтәргән ресурстар кәрәк. Осһоҙло һәм ағыулы Буш боттарын һатыуҙан тыйған кеүек, химикатлы продукттарҙы сауҙәгә керетеүҙән бөтөнләй туҡтатырға кәрәк. Һәм иң мөһиме: ауыл халҡының хеҙмәтен күтәреп, тәбиғи ризыҡты әйләнешкә кереткән ойошмалар кәрәк. Үә ләкин алыпһатарлыҡ системаһында һәр сауҙәгәр өс тингә алып бишләтә һатырға эҙләй. Һөттөң литрын 10 һумға йыйып, 40-ҡа ҡуялар. Ул ҡәҙәре итмәҫтәр ине, магазиндар ҡабул итеү хаҡын юғары процентҡа ҡуя. Егелеп эшләп, төп хеҙмәтте атҡарған ауыл халҡының баһаһыҙлығы иҫ киткес бит! Литр һөттө ун һумға һатҡас, ул һыйырҙан күпме генә инә инде?! Ҡаймағын, майын, ҡоротон, башҡаһын да эшләргә кәрәк.
Илдәге ошо системаны яйға һалмай тороп, ауыл халҡының хеҙмәтен күтәреү, хәлен яҡшыртыу бик ауыр.
Йәгеҙ әле, күмәкләп, ниндәй ҙә булһа тәҡдимдәр керетеп ҡарайыҡ? Мәҫәлән, сыр эшләү цехтары асырға тәҡдим итәләр. Отошло алым. Кәзә сырының килоһы 400-450 һум менән йөрөй. Тағы ниндәй саралар бар? Үҙе төшөнөп кенә тотоноп киткән кеше бик һирәк, беҙҙә һаман ҡушҡанды, төртөп күрһәткәнде эшләү психологияһы...
2017 йыл.