

«Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» рубрикаһының бөгөнгө геройҙары - Өфөнән бер туған Радмир һәм Руслан Ғирфановтар. Улар балалар приюттарын ремонтлауға күп көс һала.
Ағалы-ҡустылы 11 йыл инде дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендә бизнес алып бара. Шуға ла улар социаль әһәмиәтле объекттарҙа йыһазландырыу проблемаларын яҡшы белә.
Эшҡыуарҙар Охлебинин ауылындағы приют бинаһын яңыртырға ярҙам иткән. Реконструкцияға 10,5 миллион һум аҡса кәрәк булған. Үҙҙәренең аҡсаһы етмәгәс, улар Санкт-Петербургтың «Алеша» хәйриә фондына мөрәжәғәт иткән. Фонд финанслауға үҙ өлөшөн индергән.
2021 йылда эшҡыуарҙар Баймаҡ үҙәк дауаханаһы өсөн 13,6 миллион һумға ҡорамалдар һатып алған. Ғирфановтарҙың әсәһе 30 йыл ошо дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән икән.
Луганск Халыҡ Республикаһына ярҙам күрһәтеү айырым иғтибарға лайыҡ. Ғирфановтар ярҙамында Красный Луч ҡалаһында «Возрождение» инвалид балаларҙы социаль реабилитациялау үҙәгендәге тәҙрәләрҙе яңыртҡандар. Был маҡсатҡа яҡынса 1,4 миллион һум бүлгәндәр. Ҡаланың тағы бер учреждениеһында, бәлиғ булмағандар өсөн социаль реабилитациялау үҙәгендә, тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйыҡҡа капиталь ремонт эшләнгән. Эштәр 10,8 миллион һумға төшкән. Луганск Халыҡ Республикаһына барып, эш барышын һәм сифатын үҙҙәре контролдә тотҡан.
https://vk.com/bashkortostanim?w=wall-153665096_162936
https://www.bashinform.ru/news/yarzam/2023-06-30/bratskaya-pomosch-v-ufe-predprinimateli-radmir-i-ruslan-gerfanovy-pomogayut-s-remontom-detskim-priyutam-3257632