+21 °С
Болотло


Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 1 һәм 2 июлдә ял көндәрендә йәшенләп ямҡыр яуыуы көтөлә.
Иртәгә, 1 июлдә, төндә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, ләкин көндөҙ республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен һәм хатта боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18, көндөҙ +26, +31 градус.