+22 °С
Ямғыр


Сибай ҡалаһы гимназияһы уҡыусыһы Искәндәр Күсәрбаев информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балл йыйған! - Баштан уҡ дүрт предмет буйынса 400 балл йыйырға ниәтләгәйнем, 375 булды. Ҙур эштең һөҙөмтәһе күренеп тора! Уңыш сере - һынауҙарға ҡарата позитив ҡарашта булыу һәм ныҡлы әҙерләнеү, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан Искәндәр. Әйтеп үтергә кәрәк, башҡа предметтар буйынса егет юғары балл йыйған: профилле математиканан - 94, рус теле буйынса - 93, инглиз теленән 88. https://vk.com/wall-85076499_63133