Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Июль 2023, 13:46

Шишмә районы ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы - 2023» бәйгеһендә гран-при яулаған

Һәр көн Шишмә районында яңы исемдәр тыуа, бының өсөн ғорурланырға хоҡуғыбыҙ бар.

Шишмә районы ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы - 2023» бәйгеһендә гран-при яулағанШишмә районы ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы - 2023» бәйгеһендә гран-при яулаған
Шишмә районы ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы - 2023» бәйгеһендә гран-при яулаған


«Мең» ырыуы берләшмәһе етәксеһе Флорида Байкова хәбәр итеүенсә, Шишмә районының Биҡҡол ауылы ҡыҙы Гөлназ Мәзитова Өфөлә «Башҡортостан гүзәле — 2023» конкурсында еңеү яулағандан һуң Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсында республика данын яҡлап сығыш яһаған.

— Гөлназ Мәзитова Мәскәүҙә В. М. Зайцев һәм Пьер Кардин иҫтәлегенә арналған конкурста тыуған Шишмә районына иҫ киткес ҙур еңеү килтерҙе. Компетентлы жюри уны иң талантлыһы һәм матуры тип таныны. Бер тауыштан Шишмә ҡыҙына Гран-при тапшырылды.

Һәр көн Шишмә районында яңы исемдәр тыуа, бының өсөн ғорурланырға хоҡуғыбыҙ бар. Гөлназ, беҙ, яҡташтарығыҙ, һеҙгә яҡшы өмөттәр бағышлағаныҡ, һеҙ быны аҡланығыҙ. Күпме көс һалынғанын һин генә беләһең, әммә иң мөһиме - маҡсатҡа өлгәшелде. "Рәсәй һылыуҡайы - 2023" бәйгеһендәге гран-при артабанғы еңеүҙәргә этәргес булһын, — тине Флорида Байкова.

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас