Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
4 Июль 2023, 17:22

Табиптар сабыйҙың күкрәк ситлегенән 21 сантиметрлы быяланы алған

Ҡыҙ, башҡа балалар менән уйнағанда, шәхси йорттоң ихатаһында торған быяла өҫтөнә ҡолап төшкән. 

Табиптар сабыйҙың күкрәк ситлегенән 21 сантиметрлы быяланы алғанТабиптар сабыйҙың күкрәк ситлегенән 21 сантиметрлы быяланы алған
Табиптар сабыйҙың күкрәк ситлегенән 21 сантиметрлы быяланы алған

Башҡортостанда хирургтар, 11 йәшлек ҡыҙға операция яһап, күкрәгенән 21 сантиметр оҙонлоҡтағы быяла ярсығын алған. Ҡыҙ, башҡа балалар менән уйнағанда, шәхси йорттоң ихатаһында торған быяла өҫтөнә ҡолап төшкән. 

 Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының тәжрибәле балалар хирургы Алексей Степанов етәкселегендә операция бригадаһы составында: медицина бүлеге буйынса начальник урынбаҫары Н.Ф.Ҡоҙаярова, табип-хирург И.А.Әбүбәкеров, табип-анестезиолог Л.Х.Добагова, операция шәфҡәт туташы Л.В.Серова етәкселегендә 2-се сәғәт дауамында быяла ярсыҡтың күкрәк ҡыуышлығынан сығарыу буйынса операция яһайҙар.

Операция уңышлы үтә. Әле ҡыҙыҡай Өфөлә реабилитацияла.

Фото:ФГБУЗ МСЧ №142

Автор:
Читайте нас