Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Июль 2023, 08:00

Яҡташыбыҙға - тыуған яҡ сәләме

Батыр егеткә һаулыҡ һәм именлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ!

Яҡташыбыҙға - тыуған яҡ сәләмеЯҡташыбыҙға - тыуған яҡ сәләме
Яҡташыбыҙға - тыуған яҡ сәләме

Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Бөтә донъя башҡорттары Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова Санкт-Петербург ҡалаһындағы госпиталдәрҙең береһендә дауаланыу курсы үтеүсе яҡташыбыҙ эргәһенә барҙы, тыуған яҡтың һағындырған тәмле күстәнәстәрен тапшырҙы.

Әйткәндәй, Гөлназ Ибраһимова һәм уның ғаиләһе ҡала госпиталендәрендә дауаланған егеттәрҙең хәлен даими белеп тора, ярҙам күрһәтә, яҡындары менән бәйләнеш булдыра.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ҡаты яра алған Роберт – Мәләүез яғынан, уның йүнәлеп өйгә ҡайтыуын олатаһы менән өләсәһе өҙөлөп көтә. Батыр егеткә һаулыҡ һәм именлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ!

https://vk.com/bstnews

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас