Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июль 2023, 02:41

Ә һеҙ буҙаны нисек эшләйһегеҙ?

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрхәнә инәй Иҫәндәүләтова үҙенең буҙа әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты.

Ә һеҙ буҙаны нисек эшләйһегеҙ?Ә һеҙ буҙаны нисек эшләйһегеҙ?
Ә һеҙ буҙаны нисек эшләйһегеҙ?

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрхәнә инәй Иҫәндәүләтова үҙенең буҙа әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты.

- Мин буҙаны башҡалар кеүек геркулес бутҡаһынан түгел, ә туҡ һолонан ҡоям. Башта уны елгәреп алам, аҙаҡ йыуып киптерәм. Артабан ем онтай торған ҡоролмаға һалып онтайым. Шунан уны болғай-болғай быҡтырам, бутҡа кеүек бешерәм. Артабан бер аҙ һыуытырға ҡуям. Һөҙөп алғас, кемдер магазин ҡаймағы һала, ә мин һарыҡ малының эс майын ҡушам. Алдан әҙерләгән "баш"ты (буҙа өсөн әсетке туңдырғыста һаҡлана) ҡойоп, бер аҙ ултыртып ҡоям. Буҙам күпереп тора, тәмле лә була, иң мөһиме - шифалы, - ти Фәрхәнә Мират ҡыҙы.

Ә һеҙ буҙаны нисек эшләйһегеҙ?

(К. Усманова). Автор фотоһы.

https://vk.com/wall-109622739_69851

Автор:
Читайте нас