Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июль 2023, 14:27

Мөғжизәгә ышанысты арттыра

"Иглин районында милли йолалар киң танылыу ала. Улар беҙгә тамырҙарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, телебеҙҙе белергә ярҙам итә".

Мөғжизәгә ышанысты арттыраМөғжизәгә ышанысты арттыра
Мөғжизәгә ышанысты арттыра

Иглин районының Ленинское ауылында Славян байрамдарының береһе Иван Купала үтте. Күркәм традицияға әүерелгән сарала урындағы төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты.

Иван Купалаға ҡарай кис һәм төн һыу, ут, үлән менән бәйле йолаларға бай. Был ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күбеһе төндә эшләнә. Ҡояш байығанға тиклем быуала, йылғала, мунсала һыу ҡойоноп сығыу байрамдың мотлаҡ талабы булып һаналған.

Сараға йыйылған халыҡты урындағы хакимиәт башлығы Гүзәл Насирова тәбрикләне. "Иглин районы бай мәҙәни мираҫлы һәм күп милләтле халҡы менән данлы. Бөгөнгө байрам халыҡтарҙың берҙәмлеген тағы ла бер тапҡыр дәлилләне", - тине ул сығышында.

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова байрамдың почетлы ҡунағы булды. "Боронғо славян байрамы йәйҙең уртаһын символлаштыра, кешеләрҙең мөғжизәгә ышанысын арттыра. Иглин районында милли йолалар киң танылыу ала. Улар беҙгә тамырҙарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, телебеҙҙе белергә ярҙам итә", - тине ул.

Был байрамдың традицион ризығына айырым иғтибар бирелде. Һәр ауыл советы һыйлауҙың үҙ вариантын тәҡдим итте. Уларҙы теләгән һәр кем ауыҙ итте. “Оҫталар күргәҙмәһе”ндә ҡулдан эшләнгән ағас, балсыҡ, таш һәм башҡа тәбиғи материалдарҙан әйберҙәр урын алды. Шул уҡ ваҡытта сигелгән картиналар, бәйләнгән әйберҙәр ҙә булды. “Купал миндеге”, “Ағас ҡалаҡ” һәм башҡа майҙансыҡтар ҙа үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапты.

Барлыҡ ҡунаҡтар кеүәҫ, ҡоймаҡтар менән һыйланды, бер кем дә байрамдың символы миндекһеҙ ҡалманы.

(Резеда Шәңгәрәева).

Автор:
Читайте нас