Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Июль 2023, 06:26

Шәүлә Повесть Хәйҙәр Тапаҡов (6)

– Рәхмәт… Шул моңоң һине ғүмер буйы ташламаһын, тормошоңа һиммәт би­рһен, балам.

Шәүлә Повесть Хәйҙәр Тапаҡов (6)Шәүлә Повесть Хәйҙәр Тапаҡов (6)
Шәүлә Повесть Хәйҙәр Тапаҡов (6)
– Әйҙүк, кем булһа ла. – Быны Хәмдениса ҡарсыҡ һуҙҙы, ишек ауыҙында Рәйсә күренде.
– Инәй бында икән дә баһа. Һаумыһығыҙ. – Ҡабалан йомошо барлығы йөҙөнә сыҡ­­ҡан Рәйсә соланға, сығыу яғына ымланы, әйтәһе һүҙем бар, йәнәһе, артынан иш­ек яб­ылыу менән ҡабаланып теҙә лә ба­шланы. – Һин сыҡҡас та башлыҡҡа йүгерҙем. Дөр­өҫ икән. Йома көнөнә тегендә булырға тигәндәр, шуға өҫ-башымды хәстәрләп йөрөйөм: Ғәшүрә итектәрен биреп торҙо, Мөнирә йоҡа пальтоһын, Миңзәләнең шәшке кәп­ә­сен алам. Һинең бая сәскәле күл­дә­геңдең итәген күрә биреп ҡалғайным, шуны биреп тор инде. Башҡалар алдында күр­кәм күренге килә. Хәкимйән риза ғына бул, бар­ыр-ҡайтыр юлыңды ҡаплайым, ти, ә һин ништәп кире һуҡтың әле?
Әсәһенең ишетеп ҡуйыуынан ҡурҡҡанға ишек яғына һағайыулы һирпелеп бышылданы:
– Башта һин барып ҡайт әле, шунан мин…
Шул ваҡыт ишек шығырлап асылды, Хәмдениса ҡарсыҡтың тауышы ишетелде:
– Сер йәшереп бигерәк оҙаҡлап киттегеҙ. Икегеҙҙең дә сәйегеҙҙе яңырттым, әйҙәгеҙ!
Инделәр. Ултырҙылар. Хәмдениса ҡарсыҡ ҡунағына ҡыуаныслы һирпелеп һорай һалды:
– Өфөгә саҡыртып һиңә миҙал бирергә хәл иткәндәр икән юғарыла?
– Эйе. – Рәйсә хилафлыҡ өҫтөндә тотолғандай уңайһыҙланып башын эйҙе.
– Әсәйең Яңылбикә күрә алманы ошо ҡыуанысты. Ифрат һәйбәт, эшсән кеше ине, ауыр тупрағы еңел булғыры. Ул кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр әх­ирәт булып дуҫлашып, ҡатышып йәшәнек уның менән. Әхмәҙуллаға кейәүгә сыҡҡас ҡы­­на әкренләп ара­ларыбыҙ һыуынды. Өйләнгәс, эсеүгә хиресләнеп алды бит атайың, ә мин эскән кешене өн­әп бөтөрмәйем. – Уның яғына шелтәле һирпелде. – Эй йырлай ҙа ине һуң әсәйең, уға тиңләшерлектәр ауылда ғына түгел, беҙҙең тирәлә юҡ ине. Туй-мә­­жлестәрҙең йәме, ма­тур­лығы булып йөрөй торғайны. Бер ниндәй сәбәпһеҙгә теләһә ниндәй мәлдә йырын һуҙа ла ебәрә: өйҙә лә, урамда ла, ҡырға сыҡһа ла. Бер мәл, бер төркөм бисә-сәсә Күркәтауҙа ике ай самаһы ятып, ҡул бысҡыһы менән ҡарағай йығып, өшөп-туңып ҡайтып киләбеҙ. Ноябрь урталары. Көҙгө ай ҡышҡа яҡынлап килһә лә, ҡар ҡатыш ямғыр һибәләй. Һуңғы епкәсә еүешләндек. Өҫтәүенә, килеп тороп асбыҙ. Туҡтап усаҡ яғып йылыныр инек тә, үҙебеҙ менән алған шырпы еүешләнеп эшлектән сыҡҡан. Шул саҡ Яңылбикә ҡысҡырып тороп йырлап ебәрмәһенме!

Тимер сана юлдар яра,
Был йөрәгем ник яна шул,
Был йөрәгем ник яна!..

Өҫтәүенә, ыңғайы бер юл бысрағын сабатаһы менән сәсрәтеп бейергә лә төшөп китте. Күңел күтәрелде, йылынғандай ҙа иттек, аҙымдарыбыҙ ырамлыланды. – Хәтирәләргә төшөп киткән ҡарсыҡтың йөҙө яҡтырып, ирәмһеп китте...
Ошо хәбәрҙән һуң Рәйсә ҡалҡынды ла кеҫә төбөндә соҡоноп көмөш тәңкә кил­тереп сығарып Хәмдениса ҡарсыҡтың тубығына һалды:
– Ошо арала нишләптер әсәйем гел төшөмә инәсе, инәй, уның рухына аят бағ­ы­шла берүк.
– Хәҙер тәғәмләнеп бөтөп табынды йыяйыҡ та.
Өҫтәл йыйыштырылып уның өҫтөнә аҡ япма йәйелде, ҡап уртаға һауыт менән тоҙ ҡуйылды. Хәмдениса ҡарсыҡ та мөһим ғәмәл башҡарыр алдынан маңлайындағы сал сәстәрен һыпырып яҙып ябынған яулығының эсенә йәшерҙе, йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға ниәтләгәндәй биттәрен еңелсә һыпырҙы, күлдәк итәген тартып төҙәтештерҙе.
Аятты тамамлап, дәррәү итеп биттәрҙе һыпырғайнылар, Рәйсә ҡабалан тороп ишек төбөнә килде, шунан урынында тапана биргәс, кире килеп ултырҙы:
– Хәмдениса инәй моңло әсәйемде иҫкә төшөргәс, минең дә нишләптер йырлағым килеп ки­т­тесе. Рөхсәтме? – Йоҡлап ятҡан балалар яғына һирпелде. – Мин ипләп кенә, һеҙ иш­­е­терлек кенә итеп. Бына нисә йыл ауыҙ асып йыр йырлағаным юҡ. Бөгөн сәбәбе лә сығып тора, юлға йы­­­йынам өҫтәүенә. – Аңлайышһыҙыраҡ булһа ла күңелендә ҡайнашҡан уйҙарының осмотон белдерҙе. – Донъя хәлен белеп булмай, ошо арала төштәрем дә бо­­лара нишләптер...
– Рөхсәт булмаған ҡайҙа, ирәүәнләп тыңлайыҡ, балам. Һин йырла. Мин Яңылбикәнең моңон иҫкә төшөрөп, тере һынын күҙ алдына баҫтырып ҡыуанырмын.
Рәйсә ҡулайлап ултырҙы, халатының итәктәрен тартыштырҙы, усы менән иртә аҡ һыҙаттар беленә башлаған сәстәрен төҙәтте, ҡан әҫәре тойолмаған йөҙөн һыпырҙы, ең­­­елсә тамағын ҡырып ҡуйҙы.

Оло юлдың туҙанын
Үҙем күрҙем туҙғанын.
Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым
Йәш ғүмерҙең уҙғанын…

Яғымлы, тәбиғи тауыш йөрәк түренән, күңел төпкөлөнән һыҙылып ҡына сыҡты ла, шунда уҡ үҙенең әһ­аңлы, ҡабатланмаҫ моңона әсир итте. Томра өй эсенә яҙғы йылымыс ел, ҡояш нуры килеп тулдымы ни, торлаҡ сафланып яҡтырып киткәндәй итте. Рәйсәнең дә булмышы күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрҙе: ауырлыҡтарҙан бөгөлгән биле турайҙы, һал­ынҡы яурын­дары ҡалҡа төштө, маңлай һырҙары ирегән, биттә­ренең осона алһыулыҡ ҡунған йөҙө ила­һилыҡтан балҡыны.

Их, ҡайтарып алыр инем
Уҙған ғүмерҙәремде.

Тамам. Был ҡабатланмаҫ сихри тынлыҡты боҙорға теләүсе булманы. Бер аҙҙан ныҡ тулҡынланған һәм әҫәрләнгән, тоҙ төҫөндәге күҙҙәре осҡонланып янып киткән Хәмдениса ҡарсыҡ саҡ ишетелерлек итеп бышылданы:
– Рәхмәт… Шул моңоң һине ғүмер буйы ташламаһын, тормошоңа һиммәт би­рһен, балам. Сихәтле дауал­арҙан былайыраҡ булды ла баһа был тамашаң. Йәнемдә, күңелемдә оҙаҡ ваҡыт һаҡ­ланыр байрам яһаның... – Ҡыуаныстан әллә ошоғаса әйтергә һаранланған үтә лә килеш­ле, матур һүҙҙәр теҙеп ташланы Хәмдениса ҡарсыҡ.
– Артистка һөнәре йәнемә яҡын ине, сәхнә тип һаташтым ғүмерем буйы, йыр­ып сыға алмаҫлыҡ ҡар­шылыҡтар тышауынан ғына ҡотолоп булманы, ҡоромағыр, ормош-тормош күтере үҙенә тартып алды. – Рәйсә иртәнге һүҙҙәрен ҡабатланы. – Ҡәһәр һуҡҡыры был етешһеҙ йәшәү…
– Яҙмышыңды ҡәһәрләмә, балам, һәр кем маңлайына яҙғанын күрә. Әртис бул­ма­һаң да, Аллаһы Тәғәлә биргән моңоң үҙең менән бит әле. Ул һине ташлап китмәҫ өсөн килгән, иншалла, килә­сәк­тә лә шулай булырына өмөтләнәйек һәм шулай булыр тип юрайыҡ.
Бер ни тип тә яуап ҡайтармаған Рәйсә торҙо, ишек төбөнә килгәс, ҡайырылды:
– Миңә хәйерле юл теләгеҙ, барып ҡайтайым. Нишләптер йәнем талпына, күңелем үҙ урынында түгел. – Ул, ишекте асып, солан ҡараңғылығына инеп юғалды…

Дауамы бар.
Автор:
Читайте нас