

Әйҙәгеҙ, Херсон һәм Запорожье өлкәләре, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары китапханаларының һәм дөйөм белем биреү учреждениеларының китап фондын яңыртырға бергәләп ярҙам итәйек.
Беренселәр Хәрәкәте башлап ебәргән «Дуҫҡа китап» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылығыҙ. Ваҡыт бар: акция 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем дауам итә.
Төп һорау: ниндәй китап бүләк итә алам?
Ватан әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре, шулай уҡ балалар өсөн айырыуса ҡиммәткә эйә булған һәм яңы төбәктәрҙә үҫеп килгән быуын өсөн файҙалы китаптар ҡабул ителә.
Әгәр китапҡа йылы теләктәр менән открытка һалһағыҙ, китап уҡыусы өсөн бүләктең әһәмиәте артасаҡ.
Китаптарҙы нисек йыясаҡтар?
Һәр китап биттәренең теүәл булыуы һәм башҡа яҡтан тикшерелә. Бөтә йыйылған китаптар Рәсәйҙең яңы төбәктәренә, ә бер өлөшө шәхсән балаларға тапшырыласаҡ.
Китаптар Өфөлә Октябрь проспекты, 4-се йорт адресы буйынса Башҡортостан Республикаһының һөнәри әҙерлек үҙәгендә йыйыла. Башҡа ҡабул итеү урындары - республиканың төрлө райондарында: https://vk.cc/cpac4n
Шулай уҡ, үҙ районығыҙҙа йәки ҡалағыҙҙа китаптар йыйыуҙы ойоштора алаһығыҙ. Бының өсөн түбәндәге форманы тултырылған кәрәк: https://vk.cc/cplqeC
Яңылыҡтарҙы Беренселәр Хәрәкәтенең социаль селтәрҙәрендәге #КнигаДругу хэштегы буйынса ҡарап барығыҙ. Беренселәр менән бергә изгелек эшләгеҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан