Шоңҡар
+9 °С
Облачно
Йәмғиәт
9 Июля 2023, 13:06

15 йәшлек уҡыусы батып барған баланы ҡотҡарған

Бер мәл Алина малайҙың бата башлауын күреп ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
15 йәшлек уҡыусы батып барған баланы ҡотҡарған15 йәшлек уҡыусы батып барған баланы ҡотҡарған
15 йәшлек уҡыусы батып барған баланы ҡотҡарған

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов 15 йәшлек Алина Уйылданованы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләне. Ҡыҙ һыуҙа батып барған һигеҙ йәшлек малайҙы күргәс,  ҡотҡарырға ташланған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һөйләүҙәренсә,  3 июнендә Әбйәлил районының Сыбаркүл буйында балалар рәсми булмаған пляжда үҙенең туғандары менән һыу ингән булған. Бер мәл Алина малайҙың бата башлауын күреп ҡала. Ләкин бынан башҡа бер кем дә быға иғтибар итмәгән. Ул саҡта ҡыҙ, уйлап та тормайынса, һыуға ташлана һәм балаһын ҡотҡара.

Фото: Госкомитет Башкортостана по ЧС

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас