Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Июль 2023, 10:08

Бөгөн почта хеҙмәткәрҙәре көнө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Туймазы районынан Лариса Свирская менән таныштырған.

Бөгөн почта хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн почта хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн почта хеҙмәткәрҙәре көнө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Туймазы районынан Лариса Свирская менән таныштырған. Ул 30 йылдан ашыу элемтә тармағында эшләй. “Бөгөн Туймазы почтамты етәксеһе урынбаҫары. Почтамт Туймазы, Шаран, Бүздәк һәм Благовар райондары, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһы халҡын хеҙмәтләндерә. Ул 70 почта бүлексәһенән тора. Лариса Свирская пенсия һәм пособиелар тапшырыу өсөн яуаплы”, - тигән республика етәксеһе.

Башҡортостанда 1 мең 280 почта бүлексәһе бар. Унда 8 мең хеҙмәткәр эшләй. “Лариса Викторовнаны һәм тармаҡтың бөтә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайым”, - тип яҙған Радий Хәбиров.

https://vk.com/wall-85076499_63776

Автор:
Читайте нас