+21 °С
Болотло


Башҡортостандан Фәрхетдиновтар “Уңышлы ғаилә” округ конкурсында өсөнсө урын алды.
Фестиваль Сыуаш республикаһында уҙҙы. Наталия һәм Мансаф Фәрхетдиновтар Нефтекамала йәшәй, улар 18 бала үҫтерә. Ғаиләләге 13 бала тәрбиәгә алынған. “Беҙ хәйриә эше менән шөғөлләндек. Балалар йорттарында ла булдыҡ. Етем сабыйҙарҙы күргәс, битараф ҡала алманыҡ”, - ти әсәй һәм атай кеше. Фәрхетдиновтар ижади һәм әүҙем ғаилә. “Уңышлы ғаилә” конкурсы 2013 йылдан алып уҙғарыла. Унда өс һәм унан күберәк бала үҫтергән, шулай уҡ тәрбиәгә бала алған ғаиләләр ҡатнаша ала.