Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
27 Июль 2023, 11:10

Журфест быйыл ҡайҙа була?

Һәр ваҡыттағыса бай белем биреү, мәҙәни һәм спорт программаһы ойошторола.

Журфест быйыл ҡайҙа була?Журфест быйыл ҡайҙа була?
Журфест быйыл ҡайҙа була?

Һәр ваҡыттағыса бай белем биреү, мәҙәни һәм спорт программаһы ойошторола.

18 августа Әбйәлил районының  Яҡтыкүл («Юбилей» шифаханаһы) буйында журналистарҙың йәйге осрашыуы ойошторола. Был хаҡта «Башинформ»ға Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев хәбәр итте.

«Журфест» йәнә республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән киң мәғлүмәт саралары етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен йыя. «Журфест» — әүҙем ял һәм коллегалар менән аралашыу ғына түгел, шулай уҡ яңы мәғлүмәттәр алыу,  һөнәрҙең ҡыҙыҡлы һәм мөһим серҙәренә төшөнөү мөмкинлеге лә. Ҡатнашыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, матбуғат клубы эше, спорт ярыштары һәм башҡа әүҙемлектәр көтә.

Проект — Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты еңеүсеһе.

Ләйлә Аралбаева

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас