

Һуңғы осоро “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы республиканың күп ауылдарында бик популяр булып китте. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Ҡушый ауылы илебеҙ буйлап таралышҡан ҡыҙҙарын йыйҙы.
Был байрамдың иң матур биҙәге - ҡыҙҙарҙың көйәнтәләп үҙҙәре бала саҡта һыуға йөрөгән ҡоҙоҡ-инешкә һыуға барыуы булғандыр. Береһенән-береһе матур Ҡушый ҡыҙҙары яурындарына көйәнтә һалып һыуға барҙы, тыуған еренең шифалы һыуын ауыҙ итте, әхирәттәре, дуҫтары, туғандары менән осрашты.
Ауылдың ҡыҙҙары ҡайтыуға Әнисә Әхтәмова бала саҡтарында көйәнтәләп һыу ташыған Арғы йылға баҫмаһын матур итеп эшлатеп тә ҡуйған. Уға был эште тормошҡа ашырыуҙа ғаиләһе, улдары Сәғит һәм Азат Көмөшбаевтар ҙур ярҙам күрһәткән. Шулай уҡ Гөлнур һәм Рәфис Факиевтар үҙ ҡулдары менән эшләп тирмә ҡороп ултыртҡан. Ҡыҙҙары Гөлнара менән Гөлйөҙөм күперҙең аркаһын биҙәгән. Аҡсалата бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙар - Ильяс Һибәтов, Азат Көмөшбаев, Гөлшат Рәхмәтуллина һәм Флүзә Шәһиеваларға ҙур рәхмәтле ҡушыйҙар.
Сараны бар яҡлап уйлап һәм юғары кимәлдә ойошторған ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Фәнүзә Дәүләтоваға барыһы ла рәхмәт әйтеп, киләсәктә тыуған ауылына йышыраҡ ҡайтырға вәғәҙә бирҙе. Байрамда шулай уҡ ауыл халҡы таланттарының, популяр йырсы, ауылдаштары Альбина Килдейәрованың йырҙары яңғыраны, дәртле бейеүҙәр булды.
Байрам төрлө ярыштар, аралашыу, йыр-моң менән үрелеп барҙы, Ҡушый ҡыҙҙары бала саҡтағы кеүек йүгерҙе, уйнаны, бейене. Байрамдан һәр кем дәртләнеп, хәтирәләрен яңыртып, тыуған еренән көс һәм рух алып ҡайтты.
К. Усманова.
https://vk.com/kurultaibashkir