

Уҙған көндәрҙә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Магнитогорск-Ира юлында ҡалған ғаиләгә ярҙам иткән.
Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, 29 июлдә диспетчер хеҙмәтенә ғаилә башлығы шылтыратҡан. Ирҙең һүҙҙәренсә, автомобилдең тәүҙә тәгәрмәсе тишелгән, ә бер нисә саҡрымдан запастағы ҡуйған тәгәрмәсе лә шартлаған.
Ике балалы ғаилә төндә Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан 30 саҡрым алыҫлыҡта япа-яңғыҙҙары тороп ҡалған.
Был ваҡытта урындағы юлда инспектор Илгиз Кәримов һәм Кирилл Коротков составындағы юл-патруль хеҙмәте экипажы патруллек итә. Диспетчерҙан мәғлүмәт алып, боҙоҡ машина янына килеп етәләр. Инспекторҙар ғаиләне Воскресенский ауылындағы ғаиләне автосервисҡа оҙатып ҡуялар, унда оҫта тәгәрмәсен алмаштырып бирә. Ремонттан һуң ғаилә Стәрлетамаҡҡа юлды уңышлы дауам итә.
Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов билдәләүенсә, һуңғараҡ ғаилә башлығы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә һәм социаль селтәрҙә автосервис мастерҙарына рәхмәт белдергән.
Фото: ГИБДД по РБ