Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
3 Августа 2023, 08:20

Тәмлекәстәр - Төрөмбәттә!

 Стилле тәм-томдар туй мәжлестәрен, байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе йәмләй. Бала-саға ғына түгел, өлкәндәрҙең күңеленә лә хуш килә был өҫтәлдәр. Улар биҙәлеше, зауыҡлы булыуы, күп төрлөлөгө менән ғәжәпләндерә.

Тәмлекәстәр - Төрөмбәттә!Тәмлекәстәр - Төрөмбәттә!
Тәмлекәстәр - Төрөмбәттә!

Мәғлүмәт, һанлы технологиялар заманына ярашлы кешенең зауығы ла үҫә,үҙгәрә. Айырыуса йәш быуын яңылыҡҡа ынтыла. Тәм-том, десертты үҙенсәлекле итеп яһап, биҙәп ҡунаҡтарға биреү - Кенди бар тип атала. Был ысул менән әҙерләнгән  тәмлекәстәрҙең исемлеген һанап бөткөһөҙ.

Бөтәһе лә оҫтаның фантазияһына бәйле. Тап шундай ҡыҙ Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында йәшәй. Эльмира Ибраҡова бәләкәйҙән үҙендә кондитер һәләттәрен тоя. Тик  атай-әсәй кәңәше менән журналистика факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас бер-нисә йыл ошо йүнәлештә эшләп ала. Әммә аш-һыу бешереү, айырыуса тәм-том әҙерләү күңел талабына әүерелә.  Төрлө мәжлестәргә, байрамдарға торттар бешерә, ауылдаштарының үтенестәрен дә кире ҡаҡмай.

Үҙенең оҫталығын арттырыу,  профессиональ кимәлдә әҙерләргә өйрәнеү теләге менән Мәскәүгә юллана ҡыйыу ҡыҙ.  Palmira Business Club ҡунаҡханаһы ресторанына кондитер ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. Унда тәжрибә арттыра, күп нимәгә өйрәнә. Пандемия башланғас был эш урыны ваҡытлыса ябыла. Ләкин Эльмира аптырап ҡалмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, икенсе эш эҙләй. Мәскәү өлкәһендәге Palmira Garden Hotel ресторанына кондитер итеп алалар уңған ҡыҙҙы.

 Стилле тәм-томдар туй мәжлестәрен, байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе йәмләй. Бала-саға ғына түгел, өлкәндәрҙең күңеленә лә хуш килә был өҫтәлдәр. Улар биҙәлеше, зауыҡлы булыуы, күп төрлөлөгө менән ғәжәпләндерә.

Әлеге көндә Эльмира Кенди-бар стиле менән райондаштарын һоҡландыра, төрлө сараларға заказдар ала. Эльмира үҙе лә шул тәмлекәстәр кеүек матур,  яғымлы ҡарашлы, ихлас, йылмайып-көлөп кенә тора. Әллә шундамы икән оҫталыҡ сере?

Фото: Минира БИКӘНӘСОВА.

 

 

Автор:
Читайте нас