Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Август 2023, 15:24

Ял көндәрендә ғаилә менән ҡайҙа барырға?

Ял көндәрендә ғаилә менән ҡайҙа барырға?Ял көндәрендә ғаилә менән ҡайҙа барырға?
Ял көндәрендә ғаилә менән ҡайҙа барырға?

1. Павловка һыуһаҡлағысы150 саҡрымға һуҙылған һыуһаҡ-лағыс, уның ярҙарында палатка ҡороп ял итергә мөмкин.Өфөнән: 140 км.GPS координаталары: 55.5279, 56.6494.Райондар: Ҡариҙел, Нуриман, Благовещен.

2. Успенский Изге-Георгий монастырыПавловка һыуһаҡлағысына илткән юлда ирҙәр монастыры урынлашҡан. Бында ХХ быуат башының ҡыҙыҡлы архитектураһы һаҡланған. Кибеттә саҙаҡа өсөн монастырь икмәге алырға мөмкин.Өфөнән: 110 км.GPS координаталары: 55.4092, 56.3580.Район: Благовещен.

3. Бөрө ҡалаһы
Тарихи үҙәк мөхитен һаҡлаған боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы. Крайҙы өйрәнеү музейын, үҙәк майҙандағы ғибәҙәтхананы һәм ҡатын-ҡыҙҙар монастырын мотлаҡ ҡарағыҙ.
Өфөнән: 100 км.
GPS координаталары: 55.4175, 55.5307.
Район: Бөрө.

4. Ҡыҙыл Шишмә сығанағы
Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле һыу сығанағы, донъя буйынса – икенсе урында! Һыу ағымы йәһәтенән Франциялағы Фонтен-де-Воклюз сығанағынан ғына ҡалыша. Шишмәнең һыуы йылдың бөтә миҙгелендә лә +5 градус тәшкил итә.
Өфөнән: 120 км.
GPS координаталары: 55.3788, 56.6811.
Район: Нуриман.

5. “Янғантау” геопаркы
Рәсәйҙә һәм БДБ-ла бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә индерелгән тәүге парк. Бында Мәсетле киҫелешен – һуңғы йөҙ миллион йыл дауамында ерҙең барлыҡҡа килеүен күрһәткән асыҡ ҡаяны, Салауат Юлаев йәшенгән Иҙрис мәмерйәһен, итәгендәге ярыҡтарҙан һәр ваҡыт йылы быу күтәрелгән Янғантауҙы күрергә мөмкин.
Өфөнән: 195 км.
GPS координаталары: 55.3010, 58.1400.
Район: Салауат.

6. Зәңгәркүл
Ҙур булмаған (яҡынса 400 квадрат метр), йәйкәгә оҡшаған, йәйге эҫе көндәрҙә лә һалҡын һыулы күл.
Өфөнән: 45 км.
GPS координаталары: 54.3557, 55.8740.
Район: Ҡырмыҫҡалы.

7. Ҡандракүл
Йыл әйләнәһенә эшләгән тәбиғи парк. Уның үҙәге – Башҡортостандың иң ҙур күлдәренең береһе. Балыҡҡа бай.
Өфөнән: 140 км.
GPS координаталары: 54.4979, 54.0638.
Район: Туймазы.


8. Асылыкүл
Тағы ла бер матур күлдәрҙең береһе. Ҡайһы берҙә уны башҡорт диңгеҙе тип тә атайҙар, сөнки һыуы бер аҙ тоҙло.
Өфөнән: 170 км.
GPS координаталары: 54.3143, 54.5768.
Район: Дәүләкән.

9. Асҡын боҙ мәмерйәһе
Оҙонлоғо 104 метрға тиң боҙлоҡ-мәмерйә. Унда мәңгелек туңлыҡ һаҡлана. Эсендә бейеклеге унар метрға еткән боҙ сталагмиттар бар.
Өфөнән: 150 км.
GPS координаталары: 54.2356, 56.9006.
Район: Архангел.

10. Ирәкташ
Бер нисә саҡрымға һуҙылған тау теҙмәһе. Ситтән ҡарағанда фантастик фильм кадрҙарын да, ташҡа әйләнгән аждаһаны ла хәтерләтә.
Өфөнән: 300 км.
GPS координаталары: 54.2500, 58.3594.
Район: Белорет.

11. Ҙур Ирәмәл тауы
Бейеклеге буйынса республикала икенсе урында һаналған тау – 1582 метр. Түбәһендә һәр саҡ ҡар ята. Учалы һәм Белорет райондары тәңгәленән менергә мөмкин.
Өфөнән: 240 км.
GPS координаталары: 54.5333, 58.8388.
Район: Белорет.

12. Әүешкүл ярындағы Әүештау
Тау итәгендә изге сығанаҡ урынлашҡан. Уның һыуын алырға бөтә тирә-яҡтан киләләр. Сығанаҡтағы һыуҙың шифаһын ғалимдар ҙа раҫлаған.
Өфөнән: 360 – 470 км (ҡайһы юлдан барыуға ҡарап, урауыраҡ юл – тынысыраҡ).
GPS координаталары: 54.7265, 59.6879.
Район: Учалы.

13. Ҡарағайкүл
Башҡортостандың иң матур күлдәренең береһе. Легендаға ярашлы, бында ошо урындан алыҫ булмаған ғибәҙәтхананың алтын ҡыңғырауҙарын күмгәндәр. Имеш, төндәрен күл буйында уларҙың сыңлауын ишетергә мөмкин.
Өфөнән: 410 км.
GPS координаталары: 54.6758, 59.6084.
Район: Учалы.

14. Еләкташ
Белорет районының һоҡланғыс урыны. Тауға балалар менән менеү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Тау башынан Белорет ҡалаһына, Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – Ямантауға, Оло Шылым һәм Ирәмәл тауына хозур күренештәр асыла.
Өфөнән: 257 км.
GPS координаталары: 54.0225, 58.2902.
Район: Белорет.

15. Ахун таш һындары
Бронза быуат музей-ҡурсаулығы, уны “башҡорт Стоунхенджы” тип тә атайҙар. Ғалимдар әлегә тиклем был урындың серен асып бөтмәгән: ул боронғо йола комплексымы, әллә йондоҙҙарҙы күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән обсерваториямы?
Өфөнән: 430 км.
GPS координаталары: 54.1923, 59.5731.
Район: Учалы.

16. Красноусол
Диндарҙарға Изге Ана Табын иконаһы күренгән урын булараҡ билдәле, шулай уҡ шифалы сығанаҡтары менән дан алған курорт.
Өфөнән: 130 км.
GPS координаталары: 53.927375, 56.525288.
Район: Ғафури.

17. Торатау шиханы
230 миллион йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән боронғо мәрйен рифы. Итәге ярайһы уҡ текә генә, әммә менеүе ауыр түгел.
Өфөнән: 140 км.
GPS координаталары: 53.555045, 56.098705
Район: Ишембай.

18. Шүлгәнташ
Уралдағы иң билдәле мәмерйә. Палеолит эпохаһында йәшәгән тәүтормош кешеләренең ташҡа төшөргән һүрәттәре менән данлыҡлы. Мәмерйәгә барған юлда бал музейы, тәүтормош кешеһенең туҡталҡаһы һәм мамонт һыны менән танышырға мөмкин.
Өфөнән: 380 км.
GPS координаталары: 53.0780, 57.0487.
Район: Бөрйән.

19. Нөгөш
“Башҡортостан” милли паркы биләмәһендәге һыуһаҡлағыс. Бында палатка ҡороп ял итеү өсөн матур урындар етерлек.
Өфөнән: 254 км.
GPS координаталары: 53.0828, 56.4707.
Район: Мәләүез.

20. Мораҙым тарлауығы
Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндәге тәбиғи парк. Уның биләмәһендә төрлө ҙурлыҡтағы 46 мәмерйә урынлашҡан. Альпинистар, туристар һәм фотографтар өсөн ожмахҡа тиң урын.
Өфөнән: 300 км.
GPS координаталары: 52.5762, 56.8597.
Район: Күгәрсен.

21. Николо-Березовка ауылы
XIX быуатта төҙөлгән Николай ғибәҙәтханаһы менән билдәле боронғо сауҙагәрҙәр ауылы. Бында Кама йылғаһына хозур күренештәр асыла.
Өфөнән: 220 км.
GPS координаталары: 56.1314, 54.1488.
Район: Краснокама.

 

 

Автор:
Читайте нас