Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Август 2023, 17:57

Туймазынан 44 йәшлек әсә һыуға батҡан баланы ҡотҡарған

Ҡатын әйтеүенсә, ул көтмәгәндә: «әсәй, мин батам!» тигән тауышты ишеткән.

Туймазынан 44 йәшлек әсә һыуға батҡан баланы ҡотҡарғанТуймазынан 44 йәшлек әсә һыуға батҡан баланы ҡотҡарған
Туймазынан 44 йәшлек әсә һыуға батҡан баланы ҡотҡарған

«Туймазы хәбәрҙәре» гәзите хәбәр итеүенсә, был хәл 7 августа Татарстандың Баулы ҡалаһында булған. Туймазынан 44 йәшлек Эльвира Мостафина бассейнда батып барған 10 йәшлек малайға ярҙамға килгән.

Ҡатын әйтеүенсә, ул көтмәгәндә: «әсәй, мин батам!» тигән тауышты ишеткән.

– Минең күҙ алдымда таныш булмаған малай һыу аҫтына китте. Һыу өҫтөнә сығып йәнә ҡысҡырҙы ла йәнә юғалды. Мин уны ҡотҡарырға ашыҡтым һәм бассейндан сығарҙым, — тип белдергән Эльвира.

Ошо мәлдә малайҙың әсәһе лә йүгереп килгән, ул ҡатынға улын ҡотҡарғаны өсөн рәхмәт белдергән. Хәҙер малай менән барыһы ла яҡшы.

https://vk.com/bashkortostanim?trackcode=f1a3765bAyDcmYkQQOi9-3U_73GfzbmI3BMI-GQogJaSabmf49O3QXsIWzAokarzbjDcf5T-i5LsHQrgZzSaloNj5uuC&w=wall-153665096_168853

Автор:
Читайте нас