+21 °С
Болотло


Белорет районының Айғыр ауылы янында айыу бер төркөм туристарҙы ҡурҡытҡан. Улар "Айгөлдөң күҙ йәштәре" шарлауығына килгән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, зыян күргәндәр ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан. Ләкин һөҙөмтәлә ҡырағай йәнлектән үҙҙәре ҡасып китә алған.
Фото: istockphoto.com