

Краснокама районының Николо-Березовка ауылында дәүләт автоинспекторҙары 16 йәшлек егетте ҡулға алған. Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына уның тураһында вайымһыҙ булмаған ауылдашы хәбәр иткән.
Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, оператив-эҙләү эштәре барышында юл полицейскийҙары ВАЗ-21099 автомобилен туҡтатырға маташҡан. Әммә водитель тиҙлеген арттырып ҡасып китә. Шулай ҙа уны тиҙ арала ҡамап туҡтаталар. Салонда тағы өс тиҫтере була.
Енәйәт ҡылыу урынына бәлиғ булмаған водителдең ата-әсәһе саҡырылған һәм улар ҡатнашлығында административ протокол төҙөлгән. Асыҡланыуынса, ошо көндәрҙә егет 60 мең һумға автомобиль һатып алған һәм даими рәүештә унда ауыл буйлап йөрөгән.