

Һәр ваҡыт ихлас йылмайып йөрөгән был ханым менән осраҡлы ғына таныштыҡ. Матбуғат йортоноң коридорында тап итте лә: “Ҡустым, һин шул кеше бит әле, күптән түгел бер мәҡәләңде уҡығайным, оҡшаны, көнүҙәк проблеманы күтәргәнһең. Улыма ла уҡырға тәҡдим иттем”, – тине. Бер аҙҙан Әлфиә Әхтәр ҡыҙы Рәхимованың 30 йылдан ашыу адвокат булып эшләүен белдем. Әбйәлил районының Хәмит исемле төпкөл ауылында ябай ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙың нисек ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауы ҡыҙыҡһындырҙы.
Училище түгел, ә академия
Әлфиәнең тәүге дипломы – рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы. Яратҡан һөнәренә эйә булыу теләге 1975 йылда 15 йәшлек ҡыҙҙы Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегенә алып килә. Ауылда бөтә фәндәрҙе лә тик “бишле” билдәләренә генә, фәҡәт башҡортса уҡып килгән ҡыҙға бында белем алыу тәүҙә үтә ауыр бирелә. Дәрестә шәп-шәп һөйләгән уҡытыусыларҙы аңлай алмай интегә ул. Етмәһә, студенттарҙың бөтәһе лә тиерлек мухсус мәктәптәрҙә белем алған. ”Уҡып булмаҫ ахырыһы, ҡайтам да китәм”, – тип икеләнеп йөрөгән ҡыҙ, өс айҙан һуң әсәһенә ниәтен белдереп хат юллай. Бер аҙҙан ауылдан: “Ҡайтып йөрөмә, өйгә индермәйем, уҡы, һин бит булдыра алаһың, тырыш. Русса белмәһәң, өйрәнерһең. Киләһе йылға урыҫтарҙың үҙен һатып ебәрерһең әле, бына мин әйтте тиерһең”, – тип ҡәтғи яҙылған яуап килә.
Ысынлап та, матди яҡтан да еңел булмай. Ул ваҡытта дөйөм ятаҡ юҡ, фатирҙа йәшәгән өсөн 15 һум түләргә кәрәк, тәүҙәрәк стипендия ла алмай. Әсәһенең хатынан һуң, ҡыҙ тырышып уҡый башлай. Беренсе курста имтихандарҙы тапшырып, каникулға ҡайтҡас, әсәһе: “Бына бит, биргәнһең”, – тип ҡыуанып, ихлас йылмая. “Өслө” генә бит!” – ти ҡыҙ, иларға етешеп. “Ярай, икенсе йылға “дүрт”кә, “биш”кә генә тапшырырһың”, – тип ҡыҙына ҡанат ҡуя.
Йәй буйына рус телен нығыта Әлфиә. Китаптар уҡый, уларҙы үҙ алдына һөйләп ҡарай. Тырышлығы бушҡа китмәй: әсәһе юрағанса, икенсе курста “өслө”ләр юҡҡа сыға. Ә уҡыу йортон тик яҡшы билдәләренә генә тамамлай. Хатта диплом тапшырыу тантанаһында училище директоры уны барлыҡ студенттар алдында маҡтап, бүтәндәргә өлгө итеп ҡуя, уның кеүек тырыш булырға өндәй.
– Әлдә теге ваҡыт әсәйем ҡаты торған, кире ауылға ҡайтып китһәм, бөгөнгө тормошом нисек булыр ине икән, тип гел уйлайым. Ул сағында юридик һынлы юридик факультетҡа инә алмаҫ инем, – ти был хаҡта Әлфиә Әхтәр ҡыҙы. – Бөгөн бергә уҡыған ҡыҙҙар, егеттәр менән осрашһаҡ, шул хаҡта йыш һөйләшәбеҙ. Училище түгел, ә академия булған бит ул, тибеҙ. Ундағы уҡытыусыларҙың төплө белем биреүе, талапсанлығы, ҡанат ҡуя белеүенә бөгөн дә хайран ҡалам. “Һеҙ бит урта мәктәптә уҡытасаҡ уҡытыусылар”, – тип ебәрһәләр, тағы ла дәртләнеберәк китә инек.
Атай-әсәй тәрбиәһе
Өфөлә апаруҡтан йәшәгәс, үҙемсә ҡыҙыҡ ҡына бер асыш яһаным. Мәҫәлән, ҡайһы бер милләттәштәребеҙ йыш ҡына: “Халҡым, әүҙем булайыҡ, телебеҙҙе яҡлайыҡ”, – тип сығыш яһарға ярата. Шуныһы ғәжәп – шул кешеләрҙең күбеһен концерттарҙа, театрҙарҙа, әҙәби сараларҙа күрмәҫһең. Халҡыбыҙ, телебеҙ яҙмышы хәл ителгән урындарҙа ла улар юҡ. Бәғзеләренең балалары башҡортса белмәй, гәзит, журнал алдырмайҙар. Ниңә улай, тип ҡыҙыҡһына башлаһаң, сәбәбен дә табалар бит әле, имеш, почта йөрөмәй, ваҡыт юҡ. Әлфиә Әхтәр ҡыҙын мин тап шундайҙарға өлгө итеп ҡуйыр инем. “Гәзит-журнал өйгә килмәй торһа, уҡымаһам, әллә нисек булып тора”, – тип йыш ҡына Матбуғат йортона ла килеп сыға ул. Журналистарҙы исем-шәрифе менән танып бөткән.
Бер көндө юл ыңғайы З. Вәлиди исемендәге республика үҙәк китапханаһына инеп сығырға булдым. Бәй, ҡалын-ҡалын гәзит тупланмалары араһында таныш йөҙ күҙгә салына түгелме? Әлфиә Әхтәр ҡыҙы шул!
– Бәләкәйҙән гәзит-журналдар уҡырға яраттым, тарих менән ҡыҙыҡһындым. Бына әле “Осҡон”доң (Әбйәлил район гәзите) элекке һандарын уҡып, һуғыштан һуңғы осорҙағы район тормошон ҡараштырып ултырам, – тине ул, ғәҙәттәгесә, ихлас йылмайып.
Әлфиә ханымдың әүҙемлеге, эшсәнлеге – ата-әсәһе биргән тәрбиә нигеҙе. Ауыр һуғыш йылдарының бөтә нужаһын күреп үҫкән атаһы Әхтәр ағай менән әсәһе Нажиә апай өс бала үҫтерә. “Быҫҡып йәшәмәгеҙ, һәр ерҙә әүҙем булығыҙ, дөрләп тороғоҙ, яҡшы уҡығыҙ, уҡытыусылар һеҙгә белем бирә, уларға һүҙ әйтеп ҡуймағыҙ, бәхет тырыштарҙы үҙ итә”, – тип балаларына йыш ҡабатлап тора улар. Ике ҡыҙына иһә: “Егеттәрҙе үҙегеҙгә 50 сантиметрҙан да яҡын ебәрмәгеҙ, уңышлы булыу өсөн үҙеңде ҡәҙерләргә кәрәк”, – тип әйтер булған. Был һүҙҙәр уларҙың өс балаһын да ғүмер буйы оҙата килә.
Ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләйәсәк талапсан атай балаларының уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Ҡыҙы Фәрзәнә менән улы Ғәли медицина институтын тамамлаған. Әйткәндәй, Ғәли Әхтәр улы – бөгөн Татарстан башҡорттары ҡоролтайы башлығы, Түбәнге Кама ҡалаһының “Урал” башҡорт милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе, “Реабилитация” күп профилле медицина ярҙамы үҙәгенең генераль директоры-баш табибы. Күрше төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең милли аңын уятыу, берләштереү өсөн ҙур көс һала. Бәләкәйҙән атай-әсәй һеңдергән тәрбиә өлгөһө уларҙы һәр ваҡыт ғәҙел булырға, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, халыҡ өсөн дөрләп йәшәргә әйҙәй.
Көтөлмәгән боролош
Ҡулына диплом алған ҡыҙ махсус йүнәлтмә менән тыуған яғына ҡайта. Әммә мәғариф идаралығында һыҙма, рәсем дәрестәренән урын булмауы хаҡында белдергәс, кәйефе төшә. Ә бит ул тап ошо фәндәрҙән уҡытырға бик теләй ине. Тәүҙә ҡыҙ райондың Әбделғәзе башланғыс мәктәбендә бер йыл 3-сө класты уҡыта, унан Буранғол урта мәктәбенә өлкән пионервожатый, рәсем уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Юғары кластарҙа һыҙма фәненән белем бирә алмауы күңел төбөн бер аҙ семеткеләп торһа ла, дәртләнеп эшләй Әлфиә Әхтәр ҡыҙы. Ул ойошторған художество-биҙәү, ағасты көйҙөрөп, семәрләп һүрәт эшләү түңәрәктәренә балалар ихлас йөрөй. Уның тылсымлы ҡулдарынан пионер бүлмәһе лә танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Стена гәзите сығарыу үҙе бер байрамға әүерелә. Махсус комиссия йәш уҡытыусының эшен юғары баһалай: буранғолдар районда беренсе урынды яулай. Хатта был уңыштары өсөн йәш уҡытыусы Бөтә Союз пионер лагеры “Артек”ка өлкән пионервожатый итеп ебәреү өсөн юллама менән бүләкләнә. Шулай ҙа ҡыҙҙың диңгеҙ буйына барыуға ҡарағанда юғары белем алыу теләге көслөрәк булып сыға. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына ҡабул итеү осоро бит – Әлфиә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ҙур конкурсты үтеп, тағы студент булыу бәхетенә өлгәшә.
Тәүҙәрәк төрлө вазифалар башҡарырға тура килә Әлфиә Әхтәр ҡыҙына – Ҡыйғы районының ауыл хужалығы идаралығында кадрҙар буйынса өлкән инженер, район комсомол комитеты комсоргы, район советында ойоштороу бүлеге мөдире. Бер нисә йылдан тырыш, белемле ҡыҙҙы райондың юридик ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире итеп үрләтәләр. Ҡайҙа ғына булмаһын, тырышлығы, тыңғыһыҙлығы менән хеҙмәттәштәренең, етәкселәрҙең ихтирамын яулай Әлфиә Әхтәр ҡыҙы.
Өфөгә саҡыралар!
Әлфиә Әхтәр ҡыҙының Өфөгә күсеүенә лә инде ике тиҫтәгә яҡын ваҡыт үткән. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған тырыш ханымды баш ҡалаға саҡырып алалар. Ул мәлдә тормош иптәше Заһитты Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең БР буйынса идаралығына баш белгес-эксперт эпидемиолог итеп ҡоҙалайҙар.
Тормош юлдары ҡатмарлы. Яҙмышының ҡайһы урында ниндәй юлға боролоп китерен берәү ҙә тоҫмаллай алмайҙыр. Күптәр ахыр сиктә ғәҙеллек юллап адвокатҡа мөрәжәғәт итә. Тап уның аҡыллы кәңәше менән байтаҡ проблемаларҙы ситләтеп үтергә мөмкин. Утыҙ йылдан ашыу адвокат булып эшләү осоронда Әлфиә Әхтәр ҡыҙына ла күп яҙмыштар менән осрашырға тура килә – уғрылыҡ, көсләү, үлтереү... Уларҙың һәр береһе тураһында ҡалын-ҡалын әҫәрҙәр яҙырға мөмкин булыр ине. Кемдер, ысынлап та, уның яҡлауына мохтаж, икенселәр – кәңәшенә. Өсөнсөләр ғәҙеллектең еңеүенә өмөтләнеп Әлфиә Әхтәр ҡыҙына килә.
Яңылыш енәйәт юлына баҫҡан кешене лә тик ҡара яҡтан күрергә ярамай. Уларҙың да туғыҙ ай буйы йөрәк төбөндә йөрөтөп, төн йоҡоларын йоҡламай үҫтергән ғәзиз әсәһе, ҡатыны, балаһы бар. Һәр береһенең хәлен аңлап, хөкөм язаһының ғәҙел булыуына көсөн дә, белемен дә ҡыҙғанмай ул.
– Күптән түгел юлда бер ир осраны ла, һеҙ мине таныйһығыҙмы, тип һораны, – тип һүҙен дауам итә Әлфиә Әхтәр ҡыҙы. – Ҡарайым, таныш һымаҡ. Шулай ҙа иҫемә төшөрә алманым. Ир егерме йыл элек булған ваҡиғаны һөйләгәс, ҡылт итеп хәтергә килде. Бер сетерекле фажиғәлә бөтә ғәйепте уға япһарырға йыйынғандар. Шул ваҡыт ҡайғы-хәсрәткә батҡан туғандары мине эҙләп тапты. Ысынлап та, уның хәле мөшкөл ине, ябай ғаиләнән сыҡҡан егеттең яҡлаусыһы ла юҡ. Енәйәт эшен ныҡлап өйрәнеп, язаны йомшартыуға өлгәштем – шартлыса хөкөм иттеләр. “Шул ваҡыт һеҙҙе тап итеүебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайым. Рәхмәт һеҙгә”, – тип ҡаршылағы киоскыға инеп, бер ҡосаҡ гөлләмә алып сыҡты.
Әлфиә Әхтәр ҡыҙының ғәҙеллек өсөн ныҡышмалы хеҙмәте, үҙ һөнәренең оҫталығы, хеҙмәттәштәренең ихтирамы хаҡында етәкселектең бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәре лә һөйләй. Улы Азаматтың тәүҙә Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаһа ла, бер аҙҙан БДУ-ның Хоҡуҡ институтында белем алып, бөгөн ул да ғәзиз кешеһенең юлын лайыҡлы дауам итеүе – уның һайлаған һөнәренә тағы ла юғары баһа. Тырыш, аҡыллы егет. Уның да бәхетле буласағына шикләнмәй Әлфиә Әхтәр ҡыҙы.
Венер ИСХАҠОВ.
2020 йыл.