Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Август 2023, 10:08

Башҡортостан уҡытыусылары СВО-ла ҡатнаша

Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров 11 августа Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә сығыш яһағанда хәбәр итте.

Башҡортостан уҡытыусылары СВО-ла ҡатнашаБашҡортостан уҡытыусылары СВО-ла ҡатнаша
Башҡортостан уҡытыусылары СВО-ла ҡатнаша

Ирекмәндәр батальоны составында Башҡортостандан уҡытыусылар ҙа бар. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров 11 августа Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә сығыш яһағанда хәбәр итте.

Салауат Юлаев батальонында Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылы мәктәбе директоры лейтенант Рушан Сәғитов хеҙмәт итә.

"БАРС" яугирҙәре рәтенә Йылайыр районының Һабыр ауылында физкультура, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм технология уҡытыусыһы Вәкил Кадаев инде.

Хәҙер ирекмәндәрҙән торған педагогтарҙың береһе отпускыла һәм төбәк башлығы сығыш яһағанда залда булды. Ул - Дүртөйлө ҡалаһының 5-се мәктәбе директоры сержант Илүс Синәғәтов, Салауат Юлаев батальонынан.

Фото: Татьяна Титова / АиФ

Автор:
Читайте нас