Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Август 2023, 05:44

Бөгөн - Физкультурниктар көнө

Мәктәптә уҡығанда Кисловодск ҡалаһында дүрт саҡрымды тау үренә йүгереп Рәсәй беренселегендә спорт мастерына кандидат була.

Бөгөн - Физкультурниктар көнөБөгөн - Физкультурниктар көнө
Бөгөн - Физкультурниктар көнө

Зилә Ғилман ҡыҙы Сөләймәнова (Зәйнетдинова) бала сағынан спорт менән дуҫ була. V кластан еңел атлетика буйынса уҙғарылған район араһындағы ярыштарҙа ҡатнаша. Тиҙҙән уны оҙон дистанцияға йүгергәндә берәүгә лә ал бирмәҫ елдәй етеҙ Зилә, тип белә башлайҙар. X – XI кластарҙа уҡығанда, профессиональ спортсылар менән Башҡортостандың йыйылма командаһында , Кисловодск һәм Ставрополь ҡалаларына бара. Шул ваҡытта Кисловодск ҡалаһында дүрт саҡрымды тау үренә йүгереп Рәсәй беренселегендә спорт мастерына кандидат була. Икенсе урын ала.
2006 йылдан БДМУ-ның физкультура кафедраһында эшләй. Ун ете йыл эшләү дәүерендә сит ил студенттарына белем биреү менән бергә, кураторлыҡ вазифаһын да алып бара. Беҙҙең мөхиткә яраҡлашырға ярҙам итә. Улар менән дәрестәрҙе инглиз телендә алып бара.
Сығышы менән Ғафури районы Юлыҡ ауылы ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ. Һәр ваҡытта ла шулай асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл, үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡалыуын теләйбеҙ.

 

Автор:
Читайте нас