Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Август 2023, 06:08

Бөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнө

Хөрмәтле яугирҙар, Тыуған илебеҙҙе ерҙә лә, һауа киңлегендә лә һаҡлауығыҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә иҫәнлек һәм бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуығыҙҙы теләйбеҙ! Һәр осош - уңышлы, самолет - төҙөк, һауа торошо аяҙ булһын.

Бөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнөБөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнө
Бөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнө

Хәрби самолеттар Рәсәйҙә 1910 йылда уҡ барлыҡҡа килә, ул ваҡытта ил етәкселеге уларҙы сит илдән һатып ала һәм летчиктарҙы уҡыта башлай. 1912 йылдың 12 авгусында Генераль штабтың баш идаралығында һауа часы ойошторола. Был ваҡиға Рәсәй Хәрби-һауа көстәре тарихында оҙатыу нөктәһе иҫәпләнә, уның иҫтәлегенә һәм Хәрби-һауа көстәре көнө билдәләнә.

Был дата һауа флоты пилоттарының һәм авиация хеҙмәтендә эшләүселәрҙең профессиональ байрамын булдырыу өсөн ҡабул ителә лә инде. Хәрбиҙәрҙең дәрәжәһен арттырыуға, дәүләтебеҙҙең именлеген һаҡлауҙа үҙ бурыстарын үтәгән хәрби-һауа көстәренең эштәрен таныу билдәһе лә.

Фото: https://ru.freepik.com/premium-photo/fighter-plane-in-a-blue-sky_20294513.htm#query=ввс%20росси&position=11&from_view=search&track=ais

 

Автор:
Читайте нас