Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
12 Августа 2023, 11:42

Башҡорт аты Башҡортостанда ғына үрсетеләсәк

Ат – ул беҙҙең тарихи хәтер.

Башҡорт аты Башҡортостанда ғына үрсетеләсәкБашҡорт аты Башҡортостанда ғына үрсетеләсәк
Башҡорт аты Башҡортостанда ғына үрсетеләсәк

Беҙҙең республика ошондай патент алды. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, хәҙер "Башҡорт аты" тигән брендты үҙебеҙҙәге йылҡы үрсетеүселәр генә файҙалана ала. Башҡа аттар башҡорт тоҡомло тип атала алмай. - Патент теркәлеүе генофондты һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бирә, тоҡомсолоҡ эше яҡшыра. Ат – ул беҙҙең тарихи хәтер. Ошо хәтерҙе һаҡлау, киләһе быуындарға еткереү – беҙҙең бурыс, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас