+24 °С
Ямғыр


Башҡортостанда «Башҡорт аты» фестивалендә иң яҡшы ҡымыҙсы асыҡланды. Конкурс республикала 17-се тапҡыр уҙғарыла.
БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иң күп балл һәм жюри ағзалары ҡарары буйынса, Башҡортостанда иң яҡшы ҡымыҙ яһаусы исеменә Әбйәлил районынан Ильяс Һибәтов лайыҡ булды. Икенсе урын Йәрмәкәй районынан Наталья Дикка бирелде. Өсөнсө урынды Әлшәй районынан Фидан Әхмәтйәнов алды.