Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
13 Август 2023, 08:45

Был фотоға ҡараған һайын йөрәк өҙөлә

Бөгөн батырҙарыбыҙҙың һәләк булыуҙарына 1 йыл. Яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ!

Был фотоға ҡараған һайын йөрәк өҙөләБыл фотоға ҡараған һайын йөрәк өҙөлә
Был фотоға ҡараған һайын йөрәк өҙөлә

Был фотоға ҡараған һайын йөрәк өҙөлә. Йөҙкәйҙәрегеҙҙе мәңгеләштергән ошо мәлдә күпме генә йәшәр ғүмерегеҙ ҡалған булғандыр, балаҡайҙар?!. Айырылмаҫ ике дуҫ – ауылдаш, урамдаш, класташ, хатта парталаштың алыҫтан – Украина еренән хушлашыу сәләме булып килгән һуңғы кадр ул. Унда ла хас беҙҙәгесә кеүек йәшеллек – йәй, ағастар, хатта баҡса рәшәткәләре лә оҡшаш. Тик артҡы фондағы танк күңелгә шом һала, был ерҙәрҙән тыныслыҡ ҡасҡанына, йән-яҡтан үлем һағалап торғанына ишаралай... Танк эсендә ғүмерҙәре өҙөлә лә инде Әбйәлил егеттәре Азамат Дәүләтҡолов менән Айгиз Ирназаровтың. Бөгөн батырҙарыбыҙҙың һәләк булыуҙарына 1 йыл. Яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ!

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите

Автор:
Читайте нас