

Башҡортостанда табиптарға өс миллион һум түләнә. Был юғары квалификациялы белгестәрҙе бәләкәй медицина ойошмаларына йәлеп итеү буйынса яңы дәүләт программаһы положениеһынан тора. Был хаҡта республика профилле ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә һөйләнеләр.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, компенсацияға табип-терапевтар, участка терапевтары, педиатрҙар, участка педиатрҙары, шулай уҡ 25 меңдән аҙыраҡ пациенттар менән дауаханаларға эшкә килгән дөйөм практика табиптары иҫәп тота ала.
Түләүгә кандидат мотлаҡ РФ гражданы булырға, шулай уҡ маҡсатлы белем алыу тураһында контракт буйынса бөтә йөкләмәләрҙе ябырға тейеш, тип яҙылған шарттарҙа. Яңы вазифала белгескә биш йыл эшләргә кәрәк буласаҡ.
Өс миллион һум өс йыл дауамында түләнә, тиелә документта.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/close-up-on-team-of-health-workers_18776122.htm#query=медики%20больница&position=23&from_view=search&track=ais