

Рәсәй һәм донъя хоккейы өсөн сираттағы календарь көн ҙур фажиғә менән тамамланды. Родион Әмиров вафат булды. Социаль селтәрҙә "Салауат Юлаев" тың 21 йәшлек уйынсыһы һәм милли команданың вафат булыуы тураһында агент Дэн Мильштейн хәбәр итте. 2022 йылдың февралендә Әмировтың мейеһе шешен асыҡлайҙар. Ул Германияла дауаланды.
Бөгөн Родион Әмиров яҡты донъянан китте. Ике йыл элек егеткә ҡот осҡос диагноз - баш мейеһе шеше табылды. Ғүмеренең һәр мәле өсөн көрәш башланды. Родион насар уйҙар менән йәшәмәҫкә ҡарар итте, ул һәр яңы көнгә ҡыуанды. Беҙ уның батырлығын, уның йәшәү теләген, ихтыярын, йылмайыуын һәм бөтә һоҡланғыс сифаттарын бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Ауыр, әммә Родиондың ғүмере өсөн көрәш алып барған табиптарға рәхмәт белдерәбеҙ, - тип яҙҙы Мильштейн.
Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: https://yandex.ru/images/search?cbir_id=2195543%2FU5bHnglmzgGpZPWdVaNypw5070&cbir_page=similar&cbird=5&img_url=https%3A%2F%2Fsun6-23.userapi.com%2Fimpg%2Fan0ni17YaDNXncRN19sNZQfOELN1lurxa-K0GA%2F0N1FbZ0_t8g.jpg%3Fsize%3D604x403%26quality%3D95%26sign%3D877567594ac349e23ef2a1ed3bfbdc52%26type%3Dalbum&lr=172&pos=0&rpt=imageview&url=https%3A%2F%2Favatars.mds.yandex.net%2Fget-images-cbir%2F2195543%2FU5bHnglmzgGpZPWdVaNypw5070%2Forig