Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Август 2023, 10:45

"Журналдың был һаны ла матур сыҡҡан"

Журнал тышлығын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музей мөдире Азалия Балғазина биҙәй.

"Журналдың был һаны ла матур сыҡҡан""Журналдың был һаны ла матур сыҡҡан"
"Журналдың был һаны ла матур сыҡҡан"

Шулай тине Ғафуриҙан Миңниә Вәлиева. Бындай баһаға бик шатбыҙ. Журнал тышлығын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музей мөдире Азалия Балғазина биҙәй.

 Рәзинә Урманшинаның “Күңелгә һалынған хыял” тигән мәҡәләһе Өфө ҡалаһындағы 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Көнһылыу Хасаева хаҡында. Йәш яҙыусылар араһында “Асыш” конкурсы дауам итә. Был юлы Зөһрә Сафина-Рәхмәтуллинаның, Заһиҙә  Мусинаның хикәйәләре донъя күрҙе. Бөрйәндән Фәнил Мәжитовтың “Айыу менән алыш”ы ғибрәтле хәлдән алып яҙылған. Шулай уҡ билдәле йырсы, ҡурайсы Рифат Йәмлихин хаҡындағы мәҡәләлә геройҙың бала сағы, хыялдары менән танышырға мөмкин.

  Йә, бөтәһен дә яҙып тормайбыҙ. Ҡалғандарын журналды ҡулығыҙға алғас, үҙегеҙ  күрерһегеҙ. “Шоңҡар”ҙың был һаны ла уҡыусылар күңеленә хуш килеренә шик юҡ.

 

"Журналдың был һаны ла матур сыҡҡан"
"Журналдың был һаны ла матур сыҡҡан"
"Журналдың был һаны ла матур сыҡҡан"
"Журналдың был һаны ла матур сыҡҡан"
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас