

«Районда әүҙем, ҡыйыу йәштәр бихисап. «Мәсем» үҫмерҙәр һәм йәштәр клубының йәштәр эштәре буйынса белгесе, «Йәш гвардия»ның райондағы ойошмаһы етәксеһе, район йәштәр советы рәйесе Мәүсилә Нурғәле ҡыҙы Ямғурсина - шундайҙарҙың береһе.
Украинаға ирекмәндәр ярҙамы талап ителеп, саҡырыу алғас, Мәүсилә, ике лә уйлап тормай, юлға йыйына башлай. Мәскәүгә йыйылған ирекмәндәрҙе Украинаның төрлө өлкәләренә ебәрәләр. Мәүсилә Херсон өлкәһенә эләгә.
«Иңебеҙгә ҙур бурыс йөкмәтелгәнен аңланыҡ, әлбиттә. Эшебеҙҙе намыҫ менән башҡарырға тырыштыҡ. Һалдаттарға кәрәк-яраҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек тапшырҙыҡ, урындағы халыҡҡа ла ярҙам иттек, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым тараттыҡ. Оло йәштәгеләр, ҡаза күргәндәр, госпиталдәгеләр беҙҙең ярҙамдан риза булып, рәхмәт әйтеп ҡалды. Унда көндәр бик эҫе тора, шуға айырыуса таҙа һыуға ихтыяж ныҡ ҙур», - ти Мәүсилә Нурғәле ҡыҙы.
Шундай оло сәфәргә сығырға йөрьәт иткән Бөрйән ҡыҙына – район йәштәре лидерына афариндан башҡа һүҙ юҡ», - тип хәбәр итте «Таң» гәзитенән Таңһылыу Баһауетдинова.
https://vk.com/kurultaibashkir