– Миңә бик ҡыйын, түҙеп булмаҫлыҡ ауыр… – тип һөйләп алып китте бер танышым.
Әсәйем бик ҡырыҫ кеше ине. Һәр ваҡыт, ҡыҙҙар ғорур, тәкәббер булырға тейеш, тип ҡабатлап ҡына торҙо. Уның фекеренсә, үлеп яратһаң да, мөхәббәтеңде бер ваҡытта ла егетеңә белдерергә тейеш түгелһең икән. Бына шулай итеп, әсәйем ҡушҡанса ғорур булдым, үҙ-үҙемде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйҙым.
Туҡай менән ике йыл самаһы осрашып йөрөнөк. Бер-беребеҙҙе бик ныҡ яратһаҡ та, ҡосаҡлашыу-үбешеүҙән ары барманыҡ. Әсәйемдең һүҙенән сыҡманым. Тик барыбер бергә булырға ғына тура килмәне. Арабыҙға кеше һүҙе инде. Ул әрменән ҡайт ҡан ваҡытта сит ҡалала уҡып йөрөй инем. Йылына өс тапҡыр ғына ҡайттым. Шуның өсөн дә миңә Туҡай, имеш, “тегене оҙатҡан, икенсеһе менән бейегән, өсөнсөһөнә бөтөнләй бергә булайыҡ” тип тәҡдим яһаған кеүегерәк һүҙҙәр ҙе ситтә ишетеүе бик ауыр булды. Бына шунан инде беҙҙең ара өҙөлдө. Минең сибәрлегем бар, ләкин ғорурлыҡ хисе артыҡ ныҡ булды. Туҡайҙың аңлатыуҙарын тыңлап та торманым һәм ул күрше ҡыҙына өйләнде лә ҡуйҙы. Бына шулай ғорурлығымды, мин-минлекте ҡосаҡлап ултырып ҡалдым. Уларҙың туйҙарын үҙебеҙҙең өй тәҙрәһе аша илай-илай ҡарап ултырҙым. Ул ваҡытта йәнем нисек телгеләнгәнен, йөрәгем өҙгөләнгәнен әйтеп аңлатып бөтөрөрлөк тә түгел. Тәүҙә улдары, һуңынан ҡыҙҙары донъяға килде. Улар тәүҙән үк насар йәшәне. Айырылышып та алдылар, шунан тағы ла беректеләр. Уҡып йөрөгәндә буласаҡ иремде осраттым. Бер күреүҙә үк уны оҡшаттым, ғашиҡ булдым. Ул бит мине ысынлап яратты. Бергә йәшәүебеҙгә лә 20 йыл булып китте. Беҙҙең дә улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Шуныһы ҡыҙыҡ, хатта балаларыбыҙҙың исемдәре лә оҡшаш. Эйе, осрашып йөрөгән ваҡытта уға һоҡланып ҡарай инем. Ирем Ғәлинур һәр бәләкәй генә байрамға ла сәскәләр, хушбуй һәм башҡа матур-матур бүләктәр биреп шатландырып торҙо. Бына шуға башым әйләнгәндер инде, әсе дөрөҫлөктө күрергә теләмәнем. Ауылдаштары беҙ осрашып йөрөгәндә үк: “Йөрөмә уның менән, эсергә ярата бит ул! Ауыр бит эскән кеше менән йәшәүе”, – тип әйтте. Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе – ботаҡ тишеге, ти бит ололар. Был бик дөрөҫ икән…
Хәҙер бөтәһе лә үкенескә ҡалды. Сөнки 20 йыл буйы иҫерек ир менән тормош кисереү ысын мәғәнәһендә үҙәккә үтте. Ғүмер буйы мөхәббәткә, наҙға тилмереп йәшәнем. Беренсе мөхәббәтем хаҡындағы йылы иҫтәлектәр әле булһа күңел түрендә һаҡлана.
Бына шулай бер көндө Туҡайҙың кеҫә телефоны номерын табып, уға шылтыратырға булдым. Төкөрҙөм әсәйем өйрәткән ғорурлыҡҡа ла, тәкәбберлеккә лә… Уны осрашырға саҡырҙым. Икебеҙ ҙә бик тулҡынланып барҙыҡ был осрашыуға. Күңелебеҙ булғансы рәхәтләнеп һөйләштек, аңлаштыҡ, илаштыҡ, көлөштөк… Ҡыҫҡаһы, ир менән ҡатын араһында ни була, барыһы ла булды. Бына шулай ярты йыл буйы осрашып йөрөнөк. Ә көндәрҙән бер көндө: “Мин башҡаса һинең менән былай осраша алмайым. Балалар менән бер рәттән кистәрен сығып китеп булмай, ҡатыным һиҙә башланы”, – тимәһенме?! Ә иҫерек ирем өсөн мин әллә бар, әллә юҡ… Бына ошо ваҡиға ир-атҡа, мөхәббәткә ҡарата бөтә ҡарашымды үҙгәртте. Беренсеһе лә, икенсеһе лә – бөтәһе лә бер икән ул мөхәббәттең. Шуға ла, ҡатын-ҡыҙҙар, һөйгән йәрем, беренсе мөхәббәтем, тип ауыҙ һыуын ҡоротоп, йәш саҡты иҫкә төшөрөп, юҡҡа өмөтләнеп ултырмағыҙ. Тотоғоҙ ҙа, минең кеүек үҙҙәрен осрашыуға саҡырығыҙ. Килә улар. Бына шунан һуң аңлашыла инде.
Ул ир-аттарға нимә кәрәк?! Ҡорһаҡ тултырып ашау, кеше араһында таҙа йөрөү, ҡунаҡта матур, аҡыллы ҡатын менән башҡалар алдында әллә кем булып ултырыу ғына. Тормошҡа зарланмайбыҙ. Ашарға теләгәнебеҙҙе ашайбыҙ, кейгән кейемебеҙ ҙә башҡаларҙыҡынан һис тә кәм түгел. Мин юғары белемле педагог, ә ирем һәр саҡ аҡсалы урында эшләне. Тик эскелеккә башы менән сумыуы ғына үҙәккә үтте. Беҙ ҙә бит яҡшы йәшәнек. Музыка ҡуйып, бөтәбеҙ бергә йорт тирәһендә, баҡсала эшләнек, ә һуңынан түңәрәк өҫтәл артында тәмле сәй эстек. Тик был күңелле ваҡыттар оҙон ғүмерле булманы. Әлеге ваҡытта таң атыу менән ыҙғыш-талаш, ғауға ҡуба. Ирем эштән ҡайтып, ашап, эштәрҙе бөтөрөп, тыныс ҡына телевизор ҡарап ятһа була бит? Эшләмәһә лә риза булыр инем. Ниңә һуң көнө-төнө талашырға? Үҙе көнләшмәй ҙә, һуғышмай ҙа, ҡатын-ҡыҙ артынан да йөрөмәй. Ошо эсеүе менән нервыларымды бөтөрҙө. Туйҙым инде! Үҙем өсөн дә ҡайғырмайым. Беҙҙең бит ике балабыҙ үҫеп килә. Уларҙың да бит башҡалар кеүек йәшәгеһе килә. Кеше араһында күңелдәре китек булмаһын ине.
Минең бар теләгем – ике балама дөрөҫ тәрбиә биреп, ҡартлығым тыныс, бәхетле тормошта үтһен ине. Ике баламдың да иҫән-һау, аҡыллы, уҡымышлы кешеләр булып үҫеп, тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаилә ҡороп йәшәүҙәрен теләйем.