Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Август 2023, 10:20

Мәктәпкә Ғәли Соҡорой исеме бирелде

2021 йылдың ғинуарында Тәтешле районында республикала билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ирәкте ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға һәм уның улы, атаһының эшен дауам иткән Ғарифулла Кейековтың 160 йыллығына арналған саралар уҙҙы.

Мәктәпкә Ғәли Соҡорой исеме бирелдеМәктәпкә Ғәли Соҡорой исеме бирелде
Мәктәпкә Ғәли Соҡорой исеме бирелде

 

Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң исеме бирелде. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең ҡарарына Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2021 йылдың ғинуарында Тәтешле районында республикала билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ирәкте ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға һәм уның улы, атаһының эшен дауам иткән Ғарифулла Кейековтың 160 йыллығына арналған саралар уҙҙы.

Шул уҡ йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы Башлығы 2026 йылда суфый шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков) тыуыуына 200 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Ләйлә Аралбаева

Автор:
Читайте нас