

Яңауыл районының Сибәҙе ауылында үткән Шәжәрә байрамы барлыҡ Исламовтарҙы, ауыл халҡын, ҡунаҡтарҙы бергә йыйҙы.
Унда сығыш яһап, Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рафаил Яхин үҙ ырыуыңдың тарихын, туғанлыҡ бәйләнештәрен һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.
- Халҡыбыҙҙы тап үҙ йолаларына ҡарата ихтирам тойғоһо һаҡлап алып ҡалған, ҡатмарлы заманда артабан йәшәүгә көс биргән. Шуға күрә йәш быуындың ошондай байрамдарҙа ҡатнашыуына, шәжәрәләрен белеүенә һәм һаҡлауына бик шатмын, - тине Рафаил ағай.
Байрамда «Без - башҡортлар» хәрәкәте лидеры Радик Бәхтиев, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рөстәм Әлетдинов, тарихсы Илмир Баев та сығыш яһаны.
Күргәҙмәнең төп объекттарының береһен - Исламовтар ырыуы шәжәрәһен - «Без - башҡортлар» хәрәкәте әүҙемсеһе Светлана Хашимова төҙөгән.
https://vk.com/kurultaibashkir