Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2023, 01:55

Белем көнө менән!

Ҡәҙерле уҡытыусылар, балалар, атай-әсәйҙәр! Белем көнө – яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайбыҙ "Шоңҡар"ҙар

Белем көнө менән!Белем көнө менән!
Белем көнө менән!

Белем көнө, бала саҡ хәтирәһе булып, һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана торған көн ул. Ап-аҡ таҫма бәйләгән, ҡулдарына кескәй портфель тотҡан уҡыусылар тәүге тапҡыр белем йорто тупһаһына аяҡ баҫа, беренсе уҡытыусылары менән осраша, көмөш ҡыңғырау тауышын ишетә.

Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Хәстәрлекле уҡытыусыларыбыҙға иһә яңы һөнәри уңыштар, илһам теләйбеҙ, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын!

Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!

Фото:  kuray.net

Автор:
Читайте нас